10 декабргә тиклем Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында боҙ ҡаласыҡтары асыла. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлыҡтары өсөн ваҡыт билдәләне.