Исмәғил Яманаев «Таң» гәзитендәге үҙенең фәһемле, иҫтәлектәргә бай мәҡәләләре аша һәр кемгә таныш. «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығынан хаҡлы ялға киткән Исмәғил Ғөбәйҙулла улын бер күрергә ине тигән күптәнге теләгем бар ине. Мәҡәләләре аша уны 70 йәштәрҙәге олпат, теремек, сал сәсле мөләйем бабай итеп күҙ алдына килтерә инем. Ветераныбыҙға 90 йәш тулыу айҡанлы барып ҡотлап ҡайтайыҡ, тигәстәр, шатланып риза булдым. 90 йәшкә еткәндәр бик аҙ, ә ошондай йәштә гәзиттең әүҙем хәбәрсеһе булған кешеләр тағы ла һирәгерәктер.
Исмәғилдең атаһы Ғөбәйҙулла Түбәнге Нөгөш ауылыныҡы, ә әсәһе Ҡәнифә Ғәлиәкбәрҙән булған.1928 йылдың 25 октябрында Түбәнге Нөгөш ауылында йәшәүсе йәш ғаиләлә Исмәғил исемле бала тыуа. Ләкин уға өс йәшендә үк атайһыҙ ҡалырға тура килә. Уны үгәй атаһы – Кәшәлә ауылынан Ғәләүетдин үҙ улы кеүек күреп үҫтерә, үҙ фамилияһын да бирә.
1961 йылда Фрунзе исемендәге колхозда эшләп йөрөгәнендә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Е.М. Петров Исмәғил Ғөбәйҙулла улын эшкә саҡыра. Шул ваҡыттан алып 1988 йылға – пенсияға киткәнгә тиклем Исмәғил Яманаев ҡурсаулыҡта урмансы-солоҡсо булып эшләй. Уға Ғәлиәкбәр һәм Үрге Нөгөш ауылдары араһындағы обходты бирәләр. Ҡатыны Зәйтүнә Ахун ҡыҙы менән 4 ҡыҙға, 7 малайға ғүмер бүләк итәләр. Хәҙер Яманаевтар «армияһы» тағы ла ҙурыраҡ – уларҙың 17 ейәне, 13 бүләһе бар.
Балаларының һөйләүе буйынса, аталары һәр ваҡыт тәбиғәткә һәм һәр тере йән эйәһенә һаҡсыл ҡарашта була. Мәҫәлән, бесәндә йыланды күреү менән, ғәҙәттә, кеше уны үлтерә башлай. Яманаевтар ғаиләһендә иһә был ғаилә башлығы әмере менән тыйылған була. «Һәр йән эйәһенең йәшәргә хаҡы бар!», - тей ул. Исмәғил Ғөбәйҙулла улы һәр ваҡыт намыҫлы, ғәҙел һәм әҙәпле кеше булып ҡала, балаларына ҡул күтәреү түгел, ҡырын һүҙ ҙә әйтмәй. Уның тағы ла бер шәп ғәҙәте – йыш ҡына, тиҙ генә үҙе уйлап сығарған математик миҫалдар аша балаларының һәм ейәндәренең зиһенен үҫтереү.
Өҫтәүенә, Яманаевтар ғаиләһе бик талантлы ла. Шуға күрә И. Яманаевтың юбилей кисәһендә иҫтәлекле бүләктәрҙән тыш, музыкаль ҡотлауҙар ҙа бихисап булды. Ҡыҙҙары Гөлсәсәк апай атаһын «Аҡ шоморт» йыры менән ҡотлай башлағайны, эстафетаны кейәүе, Сибай филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров ҡабул итте. Иң оло ҡыҙҙары, хәҙер үҙе лә хаҡлы ялда булған Рәүфә апайҙың да сираты етте. Исмәғил ағайҙың ике һеңлеһе – Ғәлиә һәм Миңнурый апайҙар ҙа ситтә ҡала алманы – һалмаҡ ҡына итеп йыр һуҙҙылар, еңгәләре Зәйтүнә Ахун ҡыҙының үҙе сығарып йырлап йөрөгән таҡмаҡтарын да башҡарҙылар.
Ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев ветераныбыҙ менән 1981 йылдан – үҙенең ҡурсаулыҡта эш башлаған ваҡытынан таныш булыуын, һәм ул саҡта Исмәғил Ғөбәйҙулла улына 53 йәш булыуын иҫкә төшөрҙө. «Ул ваҡытта Исмәғил ағай оло кеше кеүек тойолғайны, әммә шул саҡтан ул үҙгәрмәгән. Уның менән бик йыш урманда йөрөргә тура килде. Ҡурсаулыҡ тарихында беренсе булып айыуҙың солоҡто туҙҙырыуын күҙәттек, был турала яҙып та сыҡтым инде. Исмәғил Ғөбәйҙулла улы яҡшы солоҡсо, йәш быуынға кәңәштәре, аҡылы менән ярҙам итә, үҙенең иҫтәлектәренән торған «Тауҙарҙан да бейек кеше» тип аталған китап та сығарыуға өлгәште», тине ул.
Нөгөш участка урмансылығының өлкән дәүләт инспекторы Рамаҙан Аҫылғужин Исмәғил Ғөбәйҙулла улын үҙенең остазы итеп һанай. «Ҡурсаулыҡта 1983 йылдан эшләйем. Исмәғил ағай менән икебеҙҙең обходыбыҙ күрше генә урынлашҡан ине. Ул пенсияға киткәнсе солоҡтарҙы бергәләп яптыҡ, хайуандарҙың иҫәбен алыу эштәрен дә икәүләп башҡарҙыҡ. Ул мине солоҡсолоҡ эшенең нескәлектәренә өйрәтте. Эшкә урынлашҡан ғына мәлдә икәүләп солоҡтарҙы ҡарарға сыҡтыҡ. Арыным, көн кисләне. Исмәғил ағай һаман ҡайтырға йыйынмай. Ул бик принципиаль кеше – урманға сыҡҡаның икән – эште бөтөрөп ҡайтырға кәрәк. Һуң булыуға ҡарамаҫтан, тағы бер солоҡто ҡарарға йүнәлдек. Тик солоҡто ағай таба алмай ҙа ҡуя. Мин инде уны әллә ҡасан уҡ күрҙем, тик ул турала ләм-мим өндәшмәйем, арыған инем шул, тиҙерәк ҡайтҡым килде. Шулай ҙа ул солоҡто тапты. Әгәр ҙә Исмәғил ағайҙың ныҡышмаллығын белгән булһам, шунда уҡ солоҡто табыуым тураһында әйтер инем», тип көлдөрҙө ул.
Пенсиялағы уҡытыусы һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Сәриә Минһажева ла күршеһенә хөрмәт һәм ғорурланыу аша ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Уны «тере энциклопедия», тип атап, гәзиттә тағы ла күберәк мәҡәләләрен көтөп ҡалыуын белдерҙе.
Ҡунаҡсыл Яманаевтар ғаиләһенән тик яҡшы тойғолар менән сыҡтым. Һәр кешегә лә ошо олпат йәшкә етергә һәм ошондай аҡыл, яҡшы хәтер, ауылдаштарының, тыуған коллективының хөрмәте менән көн итергә яҙһын ине. Исмәғил Ғөбәйҙулла улы һәм Зәйтүнә Ахун ҡыҙының балалары сиратлап ата-әсәһен ҡарай һәм быны ауырлыҡ итеп ҡабул итмәйҙәр. Киреһенсә, үҙҙәренең уларға ярҙам итә алыуҙарына ҡыуаналар. Яманаевтарҙың ғаилә хеҙмәт тәрбиәһе хәҙер үҙенең татлы емештәрен бирә – улар илебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле, намыҫлы балалар үҫтергән. Исмәғил Ғөбәйҙулла улы беҙҙең коллективтың рекордсмены ла – ул иң оҙаҡ йәшәүселәрҙән һаналған бәхетле кеше. Бындай олпат йәшкә элекке эшселәребеҙҙең икәүһе генә еткән. Тәүгеһе – Шүлгән мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе табыусы Александр Владимирович Рюмин.
«Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы коллективы исеменән Исмәғил Ғөбәйҙулла улын матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Уға тормошоноң артабан да тик матур төҫтәрҙән генә тороуын һәм ижади эшендә илһам теләйбеҙ.
Ләлә Хәйбуллина,
«Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре.