Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
24 Октябрь 2018, 14:09

Башҡортостан халҡы 2019 йылда 121 көн ял итә

Башҡортостанда 2019 йылда байрам һәм ял көндәрен иҫәпкә алғанда 121 эшләмәгән көн була. Төбәк Хеҙмәт министрлығы киләһе йылға эш календарын баҫып сығарҙы. Атап үткәндә, шәмбе, 5 ғинуарҙа, ял көнө кесе йомаға, 2 майға, күсерелә. Йәкшәмбе, 6 ғинуарҙан, йомаға, 3 майға. 23 февралдәге байрам көнө йомаға, 10 майға, күсерелә.

Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан халҡы 244 көн эшләй. Иң күп ял көндәре ғинуарға һәм майға тура килә – 14 һәм 13 көн.
Мосолмандарҙың Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары 2019 йылда 4 июнгә һәм 11 авгусҡа тура килә.