- Рәсәй буйынса эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлдәрҙең бик яҡшынан булмауы, бигерәк тә Башҡортостанды уратып алған күрше өлкәләрҙә хәүефле ауырыуҙарҙың осрап тороуы, былтыр Башҡортостанда ла бешмә ауырыуының килеп сығыуы тотош ветеринария хеҙмәтенә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ошо хәлдәргә бәйле беҙҙең районда ла күләмле эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, яҙғы осорҙа һыйыр малдары һәм ваҡ мал биркаланһа, әлеге көндә ошо биркаларҙағы номерҙарҙы компьютерға, махсус программаға индереү бара. Был эштәр малдарҙың күсеп йөрөүен (райондан районға), ҡасан, ниндәй ветеринар саралар үткәрелеүен контролдә тоторға булышлыҡ итә һәм артабан да дауам итәсәк. Сөнки аттарға, эттәргә һәм бесәйҙәргә, бал ҡорттарының умарталарына махсус чиптар ҡуйып сығырға тигән күрһәтмә лә бар.
Шулай уҡ ветеринария хеҙмәткәрҙәре ауырыған малдарҙы дауалай, яҙлы-көҙлө хәүефле ауырыуҙарҙан иҫкәртеү саралары үткәрә, прививкалар эшләй.
Ветстанция хеҙмәткәрҙәре районда үткәрелгән башҡа төрлө сараларҙан да ситтә ҡалмай: конкурс-смотрҙарҙа сығыш яһайҙар, йәйле-ҡышлы ат ярыштарын ойоштороуҙа ҡатнашалар, шулай уҡ бал байрамдарында, йәрминкәләрҙә бөтә төр продукцияны тикшерәләр.
Район үҙәгендә 2 ветеринар дарыухана (баҙар эргәһендә һәм ветеринария станцияһында) эшләй, уларҙа мал һәм ҡорт көтөүселәргә ҡорамалдар, медикаменттар һатыла.
Былтыр заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция бүлмәһе асылды, унда эттәргә, бесәйҙәргә бәләкәй операциялар, прививкалар эшләнә. Әйткәндәй, эт-бесәйҙәргә ҡотороу сиренән прививкалар бушлай яһала. Белешмәләр өсөн телефондар: 3-20-11, 3-55-65.
Районда 6 ветеринария участкаһы һәм 6 ветеринария пункты бар, бөтәһе 46 кеше эшләй. Оҙаҡ йылдар эшләгәндәрҙән ветсанэкспертиза лабораторияһы ветеринар-табибы Рәйлә Ғазина, Әбделмәмбәт ветучасткаһы мөдире Ғәни Ғәлиәкбәров, Аҫҡар ветучкасткаһынан Айрат һәм Флүрә Ғәйнуллиндар, Тимер ветпункты мөдире Марат Сафин, Иҫке Собханғол ветучасткаһы фельдшеры Нәсимә Мөхәмәтйәнова, йәш белгестәрҙән Әтек ветпункты мөдире Марсель Исламов, Иҫке Собханғол ветучасткаһы мөдире Данил Зыянбаевтар айырыуса тырышлыҡтары менән алдыра.
Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайым, һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйем.