Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
31 Август 2018, 13:27

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙ ауыл хужалығының малсылыҡ тармағында бик әһәмиәтле урын алып тороусы хеҙмәтте башҡараһығыҙ. Бөгөн ауыл ерендә йәшәп, мал бағып донъя көткән һәр ғаилә, һәр хужалыҡ ветеринар хеҙмәтенә ныҡлы мохтаж.

Районда үткәрелгән ветеринария сараларының уңышы, халыҡтың биологик таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланыуы, уның сәләмәтлеге Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәткә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәүегеҙгә бәйле.

Киләсәктә лә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы һөҙөмтәләр һәм ғаилә именлеге теләйем!

Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: