Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
20 Август 2018, 11:29

ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Аллаһ насип итһә, 21 август – мөбәрәк Ҡорбан ғәйете – Ғәйд әл - әҙха. Мосолман донъяһында ике иң ҙур байрамдың береһе булған Ҡорбан ғәйете айҡанлы районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Рәсүл хәҙрәт, Ҡорбан ғәйете хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Ислам динендә шәриғәт тәртиптәре менән үткәрелгән ике байрам – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре бар. Башҡа байрамдарҙы – ул һабантуй булһынмы, башҡамы – кеше уйлап сығарған. Уларҙы үткәрмәҫкә тигән тыйыу юҡ. Әммә Аллаһ тапҡырында үҙ хөкөмө, тәртибе булған ике генә байрам бар – әле телгә алынған ике ғәйет байрамы.
Ҡорбан ғәйетен үткәреүҙең сәбәбе - улар пәйғәмбәрҙәрҙең тарихына барып тоташа. Ғәйет алдынан булған көндәр менән, йәғни зөлхизә айының 10 көнө менән Аллаһ ант итә( “Фәджр” (“Таң”) сүрәһенең 2-се аяты). Аллаһ бер нәмә менән ант итә икән – Ул бының бөйөклөгөн аңлата. Ғалимдар ошо 10 көндө зөлхизә айының 10 көнө, ти. Был көндәр бөйөк, Аллаһы Тәғәлә алдында ҡәҙерле, сауаплы. Зөлхизәнең тәүге 9 көнөндә хаждың бөтә ғәмәлдәре үтәлә. 9-сы зөлхизә, дүшәмбе, 20 август – Ғәрәфә көнө. Был көндә Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең 5-се терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәү ниәте менән килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тора, тәүбә-истиғфар ҡыла, тәлбиәләр әйтә. Хажға бара алмағандар был көндә ураҙа тотһа, бик сауаплы. Пәйғәмбәребеҙ, с.ғ.с., Ғәрәфә көндө ураҙа тотҡан кешенең әүәлге гонаһтары юйыла, тигән.
9-13-сө зөлхизә – тәшриҡ көндәре. Тәшриҡ – ғәрәптәрҙә итте киптереү процедураһы. Ғәрәфә көнөнөң иртәнге фарыз намаҙынан башлап13-сө зөлхизәнең икенде намаҙынаса һәр фарыз намаҙҙан һуң “Аллаһу әкбәр. Аллаһу әкбәр. Лә иләһә илләл-лаһү үәл-лаһү әкбәр. Аллаһу әкбәр. Үә лилләһил–хәмд”- тип тәкбир әйтер кәрәк (1-ҙе, 3-тө, 5-те әйтһәң дә була, бер тапҡыр әйтһәң, ваджиб үтәлгән була).
Зөлхизәнең 10-сы көнө, беҙҙеңсә 21 августа, бөтөн хажиҙар Ғәрәфә тауынан төшөп, ҡорбан сала. Хажға бармағандарға (ир-атҡа, ҡатын-ҡыҙға) мәсеттә йә етәксе рөхсәт иткән ерҙә имамға эйәреп 2 рәҡәғәт ғәйет намаҙы уҡыу ваджиб. Әгәр имамға эйәреп уҡырға өлгөрмәһә, имам менән бергә тороп уҡымаһа, был намаҙ ҡаза ҡылынмай. Ғәйет намаҙҙары – ҡайтарып булмай торған ғибәҙәттәр.


- Ғәйеттең тәртиптәре?
- Ҡорбан ғәйете көнөндә мәсеткә өйҙә ашап-эсмәй килеү хәйерле. Ураҙа тотам, тип ниәт итеү дөрөҫ булмай, сөнки ғәйет көндө ураҙа тотоу тыйыла - харам. Ҡыҫҡаһы, кеше тышҡы ҡиәфәте менән генә ураҙа тотҡан кеүек килә. Ғәйеткә өйҙә ғөсөлләнеп, матур кейемдәр кейеп килеү кәрәк. Атлап, йәғни йәйәү килеү сауаплы, сөнки һәр бер аҙымды фәрештәләр яҙып бара. Юлда килгәндә тәкбир әйтеп килеү сөннәт. Был көндәр – Аллаһы Тәғәләне бөйөкләү, ҙурлау көндәре. Мәсеткә алдан килгән кеше нәфел намаҙы уҡымай, имамға эйәреп 2 рәҡәғәт ғәйет намаҙы уҡыла, тәкбир әйтелә. Унан имам хөтбә һөйләй. Хөтбә бөткәс, ҡорбан салына. Ҡорбанды ғәйет намаҙынан алда салыу ярамай. Әгәр берәй ауылда мәсет булмаһа, иртәнсәк иртүк салһа ла рөхсәт.

- Ҡорбан ниндәй көндәрҙә салына һәм ҡорбанлыҡ мал ниндәй булырға тейеш?
- Ҡорбан 3 көндә салына. Ғәйет намаҙынан һуң 12-се зөлхизәнең икенде намаҙына тиклем. Тәүге көндә, йәғни 10-сы зөлхизәлә салыу сауаплыраҡ. Ҡорбанлыҡ мал күрер күҙгә матур булһын. Һуҡыр, сатан, ҡойроҡһоҙ, үтә ябыҡ булмаһын. Ҡойроғоноң яртыһынан күбеһе була икән – бара. Мал туҡал йә берәй сәбәп менән мөгөҙө һынған икән – шулай уҡ ярай, сөнки мөгөҙҙөң булмауы иткә йоғонто яһамай. Бер мөгөҙлө булһа ла ярай. Көйҙөртөлгән мал да ярай, былай итеү иттең тәмен яҡшырта. Малдың ниндәй төҫтә (аҡмы, ҡарамы, аламы-сыбармы) булыуында айырма юҡ – ниндәй төҫтә булһа ла ярай. Бәғзе кешеләр, аҡ ҡорбанлыҡ кәрәк, ти. Был шунан килеп сыҡҡан: пәйғәмбәр с.ғ.с. ике аҡ һарыҡ: береһен - ғаиләһе өсөн, икенсеһен өммәте фәҡирҙәре өсөн салған. Ҡорбанлыҡ һарыҡтың йөнө ҡырҡылған булһа ла ярай, сөнки был итенә зарар килтермәй. Малды ҡорбанға тип һатып алғанда уның кәмселектәре булмаһын. Әммә ниәтләп һатып алғандан һуң ул ҡазаланһа, мәҫәлән, әҙерәк һимертәйем, тип, 3-4 көнгә кәртәгә ҡуйғанда, уның берәй ере имгәнһә, форсат булһа, уны алмаштырыу яҡшы, мөмкинселек булмаһа, шуны һуйһаң да ярай, сөнки ғәмәлдәр ниәткә ҡарап баһалана.

- Ҡорбан итен нисек бүлергә?
- Ҡорбан салыусы иттең өстән бер өлөшөн үҙ ғаиләһенә ҡалдыра, бер өлөшөнә ҡунаҡ саҡыра, бер өлөшөн мохтаждарға тарата. Тотошлайы менән таратһа, сауабы күберәк. Бөтә итте үҙ ғаиләһенә лә ҡалдыра ала, әммә сауабы кәмей.

- Ҡорбанлыҡтың тиреһен, баш-тояғын, эсәк –ҡарынын ташлау, күмеү дөрөҫмө?
- Былай итеү исрафҡа инә. Әммә, әгәр эшкәртеп ашамаһаң, туҙып ятмаһын өсөн күмеп ҡуйыу хәйерле. Баш-тояғын өтөп, эсәк-ҡарынын эшкәртеп ашаһаң, сауаплы. Беҙҙә тире йыйып (ваҡ малдыҡын) эшкәртеүселәр юҡ, шуға тиреһен күмһәң дә ярай. Тирене саҙаҡа итеп бирә йә эшкәртеп тотонһа ла була, һатһа, аҡсаһын хәйер итеп бирә.

- Ҡорбанды кемдән салдырырға?
- Ҡорбан салыу – ғибәҙәт. Уны Аллаһ ризалығы өсөн салаһың. Хужа кеше үҙе салһа, сауаплы. Берәйһен яллап салдырһаң, уға эш хаҡы итеп ҡорбан итен биреү ярамай, әгәр ризалатам, тиһә, аҡса йә башҡа нәмә бирһен (әгәр һораһа). Мосолман булмаған, Аллаһҡа ышанмаған кешенән (башҡорт, татар, үзбәк һ.б. булһа ла) ҡорбан салдырыу дөрөҫ түгел.

- Ҡорбандың йәше тураһында әйтһәгеҙ...
- Ҡорбанлыҡ дөйә 5 йәшкә, һыйыр – 2 йәшкә, һарыҡ, кәзә 1 йәшкә етергә тейеш. Кәүҙәһе ҙур, йәғни 1 йәштеке кеүек булһа, һарыҡтың 6-8 айлыҡ булғаны ла бара, әммә кәзәгә 1 йәш тулған булырғатейеш. Ҡорбанлыҡ алғанда быуаҙ малды алмау хәйерле, сөнки балаһы исраф була. Әгәр быуаҙ малды салһаң, балаһын да салып күмергә кәрәк.

- Байрам нисәлә башлана?
- Ғәйет намаҙы 21 августа, шишәмбе, иртәнге 10.00 сәғәттә башлана. Мөхтәрәм йәмәғәт байрамға рәхим итһен! Дөйөм байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Амин!


А. Ғарифуллина
әңгәмәләште.
Читайте нас: