Хәбәр итеүебеҙсә, 18 августа районда ҙур сара – “Бөрйән балы – башҡорт даны!” тигән халыҡ-ара этнофестиваль үтә. Сараның программаһы бай ғына. Был турала ентекләберәк һөйләүен һорап “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе Бейембәтов Айнур Илгиз улына мөрәжәғәт иттек.
Сара 11.00 сәғәттә музыкаль-театрлаштырылған тамаша менән асыласаҡ.
Этнофестивалдә түбәндәге конкурстар ойоштороласаҡ:
- “Иң яҡшы солоҡсо”;
- “Иң тәмле бал”;
- “Йәш ҡортсо”;
- “Иң яҡшы ҡап”;
- “Солоҡсоларҙың оҫталыҡ дәресе”;
- “Ҡортсолоҡ нигеҙендә эшләнгән аш-һыу”;
- “Декоратив-ҡулланма сәнғәт изделиелары”.
Фестивалгә барған халыҡ тирмәләргә, Ф. Ғазиндың, З. Боҫҡоновтың, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының күргәҙмәләренә лә тамаша ҡыла аласаҡ.
Бынан тыш, төрлө спорт уйындары (таш күтәреү, уҡ атыу, суҡмар ташлау), аттракциондар ҡаралған.
Сара барышында район солоҡсолар династиялары вәкилдәре билдәләнәсәк. Шулай уҡ район сәнғәт һәүәҫкәрҙәре, ситтән саҡырылған артистар ҡатнашлығындағы матур концерт та һәр кемдең күңеленә хуш килер, моғайын.
Йәнә бер яңылыҡ – башҡорт бейеүен оҫта башҡарыусылар араһында “Ритайым” тип исемләнгән конкурс үткәреләсәк. Кискеһен, 20.00 сәғәттән 03.00 сәғәткә тиклем, дискотека ойошторола.
Күреүегеҙсә, сараның программаһы бик бай. Килегеҙ, ял итегеҙ.
Иң мөһиме – бал йәрминкәһендә һәр кем үҙе теләгән сифатлы һәм тәмле бал һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ! - тине Айнур Илгиз улы.
Шулай итеп, 18 августа үтәсәк “Бөрйән балы – башҡорт даны!” этнофестиваленә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-62-86, 3-62-03(спорт ярыштары буйынса).