Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
7 Август 2018, 13:47

Бал байрамы һеҙҙе көтә

18 августа Арғыҙма яланында “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале үтә. Халыҡ байрамына әйләнгән ошо мәртәбәле сара алдынан “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе Айнур Илгиз улы Бейембәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

18 августа Арғыҙма яланында “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале үтә. Йолаға ингән халыҡ-ара этнофестивалде ойоштороусылар – Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте, мәҙәниәт, ауыл хужалығы министрлыҡтары, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.

Халыҡ байрамына әйләнгән ошо мәртәбәле сара алдынан “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе Айнур Илгиз улы Бейембәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Айнур Илгиз улы, ҙур сараға әҙерлек нисек бара?

- Халыҡ-ара этнофестивалгә, халыҡса әйткәндә, Бал байрамына әҙерлек эштәре тамамланыу өҫтөндә. Быйыл өсөнсө тапҡыр үтәсәк сара һәр яҡлап үҙен аҡлай, сөнки уның маҡсаттары изге: урта рус тоҡомло ҡорттарҙың Бөрйән популяцияһын һаҡлау, башҡорттоң боронғо кәсеп-шөғөлдәрен – солоҡсолоҡто, ҡортсолоҡто популярлаштырыу һәм 2021 йылда үтәсәк “Апимондия” ҡортсолар ассоциацияһының Халыҡ-ара федерацияһының 47-се Конгресында ҡатнашырға әҙерләнеү.

- Фестивалдең программаһы нисегерәк?

- Фестиваль сиктәрендә төрлө-төрлө конкурстар үтеп, уларҙа иң оҫта солоҡсолар, ҡортсолар, бал ризыҡтары, эсемлектәр билдәләнәсәк. Шулай уҡ милли спорт уйындары һәм ярыштар үтәсәк, ҡортсолоҡ продукттары һәм халыҡ кәсепселәренең эштәренән күргәҙмә-йәрминкә ойоштороласаҡ.

- Фестиваль нимә бирәсәк?

- Һис шикһеҙ, Бал байрамы ҡортсолар, ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡ һәм ҡорамалдар етештереүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны буласаҡ. Быға өҫтәп, һәр кем үҙе етештергән балын һатып, һатып алыусылар бал алып ҡыуанасаҡ.

- Бал байрамына килергә теләүселәргә ни әйтер инегеҙ?

- Ошондай саралар халыҡты туплай, рухты үҫтерә, тәжрибә уртаҡлашыр, алып-һатыу итер, танышыр-белешер майҙанға әйләнә. Нәҡ ошонда Бөрйәндең атаҡлы ҡортсолары, солоҡсолары үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас кәсеп-шөғөлдөң ысын асылын бар донъяға аса, уның мөмкинлектәрен күрһәтә, данын күтәрә. Ҡырҙан килгәндәр район, был мөғжизәле төбәктә йәшәгән, эшләгән уңғандар, үҙ һөнәренең оҫталары менән таныша, халҡыбыҙҙың боронғолоғон аңлай, аҡыл һәм рух һәлмәклеген самалай, ата-бабаларыбыҙ кәсептәренең бөгөн дә бәҫен ебәрмәүен, баһалы булыуын тойомлай. Үҙебеҙҙең үҫеп килеүсе йәш быуынға был бик мөһим тәрбиәүи сара ла.

Әйткәндәй, фестиваль иртәнге 11.00 сәғәттә башланып, асыҡ һауалағы дискотека менән тамамланасаҡ.

Этнофестиваль хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Бөрйән районы хакимиәтенең рәсми сайтынан (http: /www.burzyn bashkortostan ru) йәки “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» МБУ-һының сайтынан (http:/www. Burzyn-iks.ru) табырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефондар: 8-347-55-3-62-42,8-347-55-3-62-86,8-937-16-19-666.

А. ҒАРИФУЛЛИНА.

Читайте нас: