Бөтә яңылыҡтар

Берлек ҡыҙҙары берҙәм

Районыныбыҙҙа “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамын үткәреү бик популяр булып китте. Күптән түгел Яңы Мөсәт ауылында ла шаулап-гөрләп үтте был байрам. Тәүгә генә үткәргәс, ҡурҡыбыраҡ та йөрөгәйнек, әммә ҡурҡҡан эш хәйерле булды.

Районыныбыҙҙа “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамын үткәреү бик популяр булып китте. Күптән түгел Яңы Мөсәт ауылында ла шаулап-гөрләп үтте был байрам. Тәүгә генә үткәргәс, ҡурҡыбыраҡ та йөрөгәйнек, әммә ҡурҡҡан эш хәйерле булды.

Берлек ҡыҙҙары берҙәм булып сыҡты, ил буйынса таралһалар ҙа, күпләп ҡайттылар. Күптән күрешмәгән ҡыҙҙар ҡосаҡлашалар, илашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бынауы ғүмер буйы алыҫ Себерҙә йәшәгән Миңзәлә Шәриповаға нисек һоҡланмайһың?! Саф башҡортса һөйләшә, бейей.

Икмәк-тоҙ, таҡмаҡтар менән ҡаршы алғас, ҡунаҡтар клуб эсенә үттеләр. Оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһен, фотоһүрәттәрҙе тамаша ҡылдылар. Ауыл һәүәҫкәрҙәренең концерты ла бик оҡшаны ҡунаҡтарға. Сыҙамай сәхнәгә менеп, ҡушылып китеүселәр ҙә булды. Ишембайҙан килгән үҙе гармунсы, үҙе йырсы Әсғәт Ғәзизов - шундайҙарҙың береһе. Шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға район мәҙәниәт йорто директоры, ошо ауыл ҡыҙы Гөлнур Нәҙершина, ауыл хакимиәтенән Лилиә Зәйнетдинова, депутатыбыҙ Әхәт Әбдрәхимов һ.б. килделәр. Гөлнур Ғәле ҡыҙы ”Аинәйҙәр” һәм “Тамсыгөл” коллективтарын ҡотланы. Ә район хакимиәте ебәргән бүләкте ғүмер буйы ауылда фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, ошо арала кинйә улының туйын үткәргән Әлфирә Сөләймәнова һәм ауыл мәҙәниәт йортона милли кейемдәр тегеп йөрөүсе, ошо ауыл ҡыҙы Фәриҙә Үтәбаевалар алып ҡыуанды. Ауыл мәҙәниәт йорто бүләген бөтә ғаиләһе менән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан Ғафуровтар алды. Атай нигеҙен һаҡлағандарға туғандары биргән бүләктәр ҙә фәһемле булды. Аҙаҡ ҡыҙҙарға һыу юлы күрһәтеү, күмәкләшеп сәй эсеү, ҡунаҡтар концерты, төрлө милли уйындар, кис башҡорт дискотекаһы ҡыҙҙарыҙың күңелендә рухи аҙыҡ булып оҙаҡ һаҡланыр.

Ошо байрамды үткәргәндә ярҙам иткән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, ағинәйҙәр ҡорона, барлыҡ ауылдаштарға, Рауил, Мөнир, Дамир Уразаев егеттәргә. Айбулат Хәсәновҡа оло рәхмәт. Шулай гелән берҙәм булайыҡ!

Гүзәл Һырлыбаева.

Читайте нас: