Бөрйән районында “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 20-се республика бәйгеһендә 29 райондан һәм 6 ҡаланан 117 уҡыусы ҡатнашты
Сағыу милли кейемдәр кейгән, транспаранттар тотҡан конкурсанттарҙың парады менән старт алған бәйгенең асылыу тантанаһы район мәҙәниәт һарайы алдында дауам итте. Бөрйән районының йөҙөк ҡашы булырҙай коллективтар - “Мәсемташ” ҡурайсылар, “Ялҡын” бейеү ансамблдәренең рухлы сығыштарын ҡарап, жюри ағзалары менән танышҡас, бәйгеселәр һәм ҡунаҡтар концерт залына үтте.
Эпос нигеҙендә ҡоролған сәхнәләштереү, райондың һәләтле уҡыусылары әҙерләгән сағыу концерт номерҙары, айырыуса Иҫке Собханғол ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рамаҙан Баймөхәмәтов башҡарыуындағы “Мин – башҡорт балаһы” йыры дәррәү алҡыштарға күмелде. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, республика мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сәфиуллина, жюри рәйесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева бәйгеселәрҙе сәләмләп сығыштар яһаны.
Бәйгене асыу тантанаһынан һуң ҡунаҡтарҙы тулҡынландырғыс ваҡиға көтә ине – оҙаҡ йылдар дауамында “Урал батыр” бәйгеһенең жюрийын етәкләгән билдәле ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһы академигы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Әхмәт Сөләймәновтың музейы асылды. Элекке пионерҙар йорто бинаһы урынында урынлашҡан музейҙы асыу тантанаһы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сығышы менән башланды.
- Башҡорт халҡының тарихын өйрәнгән, үҙенең бөтә ғүмерен милли хазиналарҙы эҙләүгә бағышлаған арҙаҡлы шәхес булараҡ, Әхмәт Мөхәмәтвәли улына һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә был йорт республика, ил, донъя кимәлендә билдәле яҡты, матур йорт булыр, тип ышанам. Бәләкәй генә ауылдан сыҡҡан малайҙан шундай ҙур шәхес сыҡҡан икән, тимәк, балалар, киләсәктә һеҙҙең аранан да талантлы шәхестәр сығырға мөмкин, - тине хакимиәт башлығы.
Сараға әҙиптең ҡатыны, балалары ла килгән ине. Ҡатыны, хаҡлы ялдағы йырсы, радиожурналист Фәниә Байгилде ҡыҙы үҙ сығышында:
- Бәләкәй генә Нәби ауылын, Бөрйәнен бөтә республикаға, илгә, үҙ халҡының кемлеген сит илдәргә танытты, туплаған белемдәрен, аҡылын киләһе быуындарға еткерергә, милләттәштәрен берләштереп йәшәргә тырышты Әхмәт. Бик күп ҙур шәхестәр булды республикала, әммә бындай тиҙлек менән уларға музей асылыуын тәүгә күрәм, рәхмәт бөрйәндәргә! – тине.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улының ҡыҙы, филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова музейҙың материалдары артабан да байытыласағы, тулыландырыласағы хаҡында әйтте һәм музейға атаһы әҙерләп сығарған һуңғы китапты – Шафиҡ Әминев Тамъяниҙың “Әйтер һүҙем бар” китабын бүләк итте.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов әрүах рухына аяттар бағышлағас, Рөстәм Шәриповҡа, Нәркәс Хөббөтдиноваға һәм бинаны яңынан күтәреп, рәткә килтереүҙе ойоштороусы шәхси эшҡыуар Илнар Әҙелбаевҡа ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы бирелде.
Бер бүлмәһендә - Бабсаҡбейҙән алып Жәлил Сөләймәновҡа тиклем 23 быуынды үҙ эсенә алған (Вәкил Ишемғолов төҙөгән) көҙәндәр һәм һатыбалдар аралары шәжәрәләре, ғалимдың тормошо хаҡындағы стендтар, альбомдар, уның наградалары, баҫтырған китаптары, икенсе бүлмәһендә шәхси китапханаһының бер өлөшө, тормошона бәйле ҡомартҡылар урын алған музейға экскурсияны әҙиптең Бибикамал апайының ҡыҙы, Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимова ойошторҙо. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тыңлап, хәҙер инде 22-се бәпесте тирбәлткән ғалим ятҡан сәңгелдәк, “На-на, мин Өфөгә барып ҡына ҡайтам әле” тип, бәләкәй Әхмәт уйнап үҫкәндәгегә оҡшатып, бер башы ат сүрәтендә эшләнгән урындыҡ-карауат, әсәһе Нурикамалдан ҡалған сергетыш һәм еҙ самауыр, ағаһы Мөхәмәткилде һырлап эшләгән өҫтәл кеүек экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, әҙиптең васыят итеп әйткән һуңғы һүҙҙәре яҙылған аудиояҙманы тыңлап, күҙҙәренә йәш алды ҡунаҡтар.
Артабан йәш сәсәндәр “Ағиҙел” ял һәм сәләмәтләндереү лагерына юлланды. Унда уларҙы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү, эпостан өҙөктәр сәхнәләштереү конкурстары көтә ине.
Миләүшә Мырҙағолова.