-2 °С
Ясна
Рәсми асылыу ваҡыты 11.00 сәғәттә. Быйылғы һабантуйҙың үҙенсәлеге – байрам биҙәге булған тирмәләр эргәһендә халыҡ өсөн дөйөм туҡланыу нөктәләре ойоштороласаҡ.
Йылдағыса, байрам хеҙмәт коллективтары парады менән асыласаҡ, алдынғыларға хөрмәт күрһәтеләсәк, ат ярышы, көрәш, башҡа ярыш-уйындар, аттракциондар үтәсәк. Байрам концерты ла күңелдәрегеҙгә хуш килер. Сауҙа нөктәләре эшләйәсәк.
Байрамға рәхим итегеҙ!