Бөтә яңылыҡтар

Шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа был көн...

Район үҙәгендә Бөйөк Еңеүгә арналған байрам саралары үтте

Байрамдың үҙе кеүек үк, берсә болоҡһоп, берсә аяҙытып торған көн тантана башланыуға салт ҡояш нурҙарына сорналды. Тейешле ваҡыт етеп, старт бирелгәс, Ленин урамы буйлап байрам парады үтте. Парад башында район эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре барһа, улар артынса 73-сө янғын бүлеге, Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, район мәктәптәренең хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар колонналары атланы. Барабандар ярҙамында тамаша күрһәтеп, һуғыш һәм тыл ветерандарының ейәнсәрҙәре - Иҫке Собханғол мәктәбе ҡыҙҙары парадҡа нөктә ҡуйҙы.

Артабан моңһоу көй аҫтында “Үлемһеҙ полк” ағылды. Бәхетле киләсәк өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман яугирҙәребеҙ, әйтерһең дә, алдыбыҙға килеп баҫты: уларҙың йөҙәрләгән балалары, ейәндәре, бүләләре атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотоп колонналар менән үткәндә күҙәтеүселәрҙең күҙҙәре йәшкә мансылған ине…

Митинг Иҫке Собханғол мәктәбе интернаты алдындағы мемориаль комплекста үтте. Быйыл комплексҡа Рәсәй оборона министрлығының бойороғо менән Свердловск өлкәһе Камышлов ҡалаһынан килтерелгән БРДМ-2 хәрби разведка-дозор машинаһы, тыл ветерандарына һәм һуғыш йылдары балаларына арналған һәйкәл-таҡтаташ та өҫтәлде. Нәҡ ошо һәйкәлде асыу менән башланып китте тантаналы сара. Ҡаһарман яу ҡорбандары, тыл ветерандары, һуғыш йылдары балалары иҫтәлегенә сәскәләр, веноктар һалыу – митингтың традицион өлөшө.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, район халҡын Бөйөк байрам менән тәбрикләп, һәйкәл асыуға тос өлөш индереүселәргә: инициаторҙар - район ветерандар советы рәйесе Самат Аратовҡа, Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Баязит Йәғәфәровҡа, һәйкәл эскизы авторы – К. Рәхимов исемендәге сәнғәт мәктәбе директоры Рәмил Иманғоловҡа, һәйкәлде һәм хәрби техниканы урынлаштырыуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуар Вилдан Кәримовҡа, хәрби техниканы юллап алыуға ҙур көс һалған район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғайса Хәлитовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссариатының бүлек начальнигы, 3-сө ранг капитаны Андрей Лукомец ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Бөйөк Еңеүгә арналған был сарала, тыл ветерандары менән бер рәттән, һуғыш ветерандары: сержант Абдулла Ваһапов менән рядовой Гөлгизәр Изгинаның булыуы айырыуса һөйөнөслө. Абдулла Ваһапов үҙ сығышында:

- Бөгөнгө тыныс, ҡояшлы, аяҙ көндәрҙең береһе – 9 май менән ҡотлайым. Бер ваҡытта ла һуғыш булмаһын, замандаштарыбыҙға яуызлыҡты үҙҙәренең елкәләрендә һынамаҫҡа насип булһын. Илдә снаряд тауыштары, мылтыҡ атҡан, пулемет атҡан тауыштарҙы ишетмәүгә, тыныс донъя көтөүгә 73 йыл, ауылдарыбыҙҙың ҙурайыуын, ҙур өйҙәргә күскән көндәрҙе күреүебеҙ менән бәхетлебеҙ. 9 май – шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа көн. Күптәребеҙ яу ҡырында ятып ҡалды, күптәребеҙ ғәрип көйө, күҙһеҙ, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡайтып, емерек донъяһын төҙәтеүгә тотондо. Һуғыш осоронда йәшәй генә башлаған балалар күптән үҙҙәре олатай-өләсәй булып бөттө. Оло кешеләр һәр саҡ әйтә ине: хеҙмәт ит илеңә, районыңа, ауылыңа, тип. Хеҙмәттә - тормош, хеҙмәттә – бәхет: хеҙмәт итәйек, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек, бер-беребеҙҙе хөрмәт итәйек. Киләсәктә лә тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын, - тине.

Район ветерандар советы рәйесе Самат Аратов, тарихи факттарға туҡталып, ветерандарҙы байрам менән ҡотлап үтһә, үҫеп килеүсе йәш быуын исеменән Иҫке Собханғол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Айнур Маликов сығыш яһаны.

Һуғышта ятып ҡалғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ ойошторолғас, ветерандар һәм Бөйөк Еңеү хөрмәтенә салют атылды, шарҙар осоролдо. Артабан ветерандар иҫтәлеккә фотоға төштө, Ветерандар аллеяһын ҡараны.

Митинг тамамланыуға үҙәк майҙанда мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең һәм район һәүәҫкәрҙәренең байрам концерты башланды, һалдат бутҡаһы тәҡдим ителде, сауҙа гөрләне.

М. Мырҙағолова.

Читайте нас: