Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! ...Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы.

Һеҙҙе илебеҙ тарихындағы мөһим ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!

Бөйөк Ватан һуғышы иң шанлы һәм данлы осорҙарҙың береһе булып, тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын алған. Был көндө ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итте.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Бөгөн беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос һуғыштарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусыларға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра.
Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ Тыуған ил азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерелгән илде тергеҙҙегеҙ, тыуған еребеҙҙең иҡтисад, сәнәғәт, төҙөлөш һәм социаль-мәҙәни өлкәләренең артабанғы үҫешен тәьмин иттегеҙ.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем! Донъяларыбыҙ тыныс булһын, халҡыбыҙ дуҫлыҡта һәм татыулыҡта, мул тормошта йәшәһен!

Р. Шәрипов,
район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: