Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш та тәбрикләне байрам менән

Район үҙәгендә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған тантаналар үтте.

Район үҙәгендә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған тантаналар үтте.

Төнөн һәм иртән ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, 1 май демонстрацияһына байтаҡ халыҡ йыйылды. Шарҙар, плакаттар, флагтар тотҡан ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре колонналарға теҙелеүгә һауа торошо ла үҙгәреп китте - Ленин урамы буйлап үткән хеҙмәт коллективтарын яҙғы ҡояш сәләмләй ине.

Митинг мәҙәниәт һарайы алдында үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, сараға йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, көндәлек эше менән дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индергән хеҙмәт коллективтарына, район халҡына рәхмәт әйтте һәм киләсәктә лә мөһим мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән эштәрҙе бергәләп башҡарыуға ышаныс белдерҙе. Юл ремонтлау-төҙөү идаралығының профсоюз комитеты рәйесе Мәжит Ҡолдәүләтов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкиле Гөлдәр Йомағолова, “Таң” гәзитенең баш мөхәррире Рафаэль Шәмиғолов митингта ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешмәкәр башҡарыусылар байрам концерты бүләк итте.

М. ЙӘМИЛЕва.

Читайте нас: