Бөтә яңылыҡтар

кубоктар эйәләрен тапты

1 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы сиктәрендә, “Таң” гәзите кубогына һәм спартакиада зачетына ойошма, учреждение, предприятиелар командалары араһында еңел атлетика буйынса эстафета, ир-егеттәр араһында арҡан тартышыу ярыштары үтте.

1 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы сиктәрендә, “Таң” гәзите кубогына һәм спартакиада зачетына ойошма, учреждение, предприятиелар командалары араһында еңел атлетика буйынса эстафета, ир-егеттәр араһында арҡан тартышыу ярыштары үтте.


“Таң” гәзите кубогына ойошма, учреждение һәм предприятиеларҙың ҡатнаш командалары араһында быйыл 58-се тапҡыр ойошторолоусы ярышта район мәҙәниәт һарайы – 1-се, полиция бүлексәһе – 2-се, Иҫке Собханғол мәктәбе 3-сө урын алды. Ауыл биләмәләре араһында икенсе йыл рәттән ҡыпсаҡтар иң етеҙе булып сыҡты. Кейекбай һәм Иҫке Собханғол командалары 2-се - 3-сө урындарҙы бүлеште.
Спартакиада зачетына ойошма, учреждение, предприятиеларҙың ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында Иҫке Собханғол мәктәбе - 1-се, “Урал” ФОК-ы – икенсе, Баҙал өсөнсө урынға сыҡты. Ир-егеттәр араһында финиш һыҙығын беренсе булып полиция бүлексәһе командаһы үтһә лә, эстафета таяғын төшөрөп ҡалдырыу сәбәпле, уйындың ҡағиҙәһен боҙған өсөн дисквалификацияландылар. Шулай итеп, 1-се урынға “Урал” ФОК-ы командаһы лайыҡ булды. Район үҙәк дауаханаһы – икенсе, Иҫке Собханғол мәктәбе 3-сө урын яуланы.
Арҡан тартышыу уйыны ла бик көсөргәнешле барҙы. Бер кемгә лә ал бирмәүсе полиция бүлеге командаһы еңеүсе булды. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, район хакимиәте икенсе урынға сыҡты. Район үҙәк дауаханаһы менән юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре командалары тигеҙ балл йыйып, үҙ-ара көс һынашыуҙа еңгән дауахана егеттәре өсөнсө урынды алды.
Ярыштар тамамланғас, “Таң” гәзите кубогына еңел атлетика буйынса еңеүсе командаларға почет грамоталары, күсмә кубоктар тапшырылды.


Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: