Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
19 Апрель 2018, 11:41

"Таң" гәзите кубогына еңел атлетика эстафетаһы

1 Май-Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Был көндә районда байрам саралары үтәсәк. Район үҙәге Иҫке Собханғолда хеҙмәт коллективтары парады, мәҙәниәт һарайы алдында митинг, байрам концерты буласаҡ. Халыҡ өсөн сауҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк, балалар өсөн уйындар ойоштороласаҡ.

1 Май-Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Был көндә районда байрам саралары үтәсәк. Район үҙәге Иҫке Собханғолда хеҙмәт коллективтары парады, мәҙәниәт һарайы алдында митинг, байрам концерты буласаҡ. Халыҡ өсөн сауҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк, балалар өсөн уйындар ойоштороласаҡ.

Спорт саралары

Ярыштар 1 май көнө район мәҙәниәт һарайы алдында 11.00 сәғәттә башлана. Ярыштар учреждение, ойошма һәм предприятиеларҙың йыйылма командалары араһында үтә.

Ярыш төрҙәре:

- спартакиада зачетына ойошма, учреждение, предприятиелар командалары араһында еңел атлетика буйынса ярыштар (ауыл биләмәләре һәм мәғариф учреждениеларының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ҡатнаш командалары, предприятиеларҙан ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың айырым командалары);
- арҡан тартышыу (ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар);
- күңелле старттар.

“Таң” гәзитенең күсмә кубогына еңел атлетика буйынса эстафета

Эстафета 1 май көнө 11.00 сәғәттә башлана. Командалар 8 этапта йүгерә. Еңеүселәр өс төркөмдә билдәләнә:

- ауыл биләмәләре;
- ойошма, учреждение һәм предприятиелар;
- мәғариф учреждениелары командалары.

Эстафетаның этаптары:

1-се этап- мәҙәниәт һарайы- элекке көнкүреш йорто;
2-се этап- көнкүреш йорто- “Башспирт” магазины;
3-сө этап- “Башспирт” магазины- мәғариф бүлеге;
4-се этап- мәғариф бүлеге-көнкүреш йорто;
5-се этап- көнкүреш йорто- балалар китапханаһы;
6-сы этап- балалар китапханаһы-Ағиҙел урамы, 42;
7-се этап- Ағиҙел урамы, 42- мәктәп;
8-се этап- мәктәп – район хакимиәте.

Ҡатын –ҡыҙҙар 2-се, 5-се, 7-се этаптарҙа йүгерә.

Белешмәләр өсөн телефондар: 3-62-03,

Читайте нас: