Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
11 Апрель 2018, 17:11

Һикһәндә лә – “тимерат”ында!

Ир ҡәҙерен ил белер, ти халыҡ. Иҫке Монасип ауылы аҡһаҡалы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы, “Пачет билдәһе” ордены кавалеры, ауыл хужалығындағы куп йыллыҡ хеҙмәте “Фиҙәкәр хеҙмәт өсөн” билдәһе, ВДНХ-ның бронза, көмөш миҙалдары, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнеп, хеҙмәт юлын комбайнсы ярҙамсыһы булып башлап, гел алдынғылар рәтендә йөрөгән Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы 80 йәшен билдәләй.

Ир ҡәҙерен ил белер, ти халыҡ. Иҫке Монасип ауылы аҡһаҡалы, һиммәтле һикһәнен билдәләйәсәк ир-уҙаман, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан ған механизаторы, “Почет билдәһе” ордены кавалеры, туған хужалығындағы күпйыллыҡ хеҙмәте “Фиҙаәкр хеҙмәт өсөн” билдәһе, ВДНХ-ның бронха , көмөш миҙалдары, төрлө кимәлдәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнеп, хеҙмәт юлын комбайнсы ярҙамсыһы булып башлап, гел алдынғылар рәтендә йөрөп, һәр яҡтан үрнәк булған яҡташыбыҙ Ҡунафин Фәрит Хисаметдин улы бөгөн дә “тимер ат”тан төшөргә уйламай - әзмәүерҙәй уландары бесән эшенән ҡалдырһалар ҙа, Т-25 тракторында барыбер сабынлығына барып урай, районда беренселәрҙән булып тиерлек алған УАЗ-игына ла саң ҡундырмай – хәл-әхеүәл бедлешергә, эш барышы менән булһа ла танышырға, һис юғында күҙ-ҡолаҡ булырға булһа ла танһыҡ биләмәләренә барып әйләнә. Тиҫтә йылдар самаһы сәпитендә лә елдерә ине әле, тиҙәр уның хаҡында ауылдаштары.

Типһә тимер өҙөрлөк, ҡулына эләккән тимергә йән өрөрлөк ир-ат ул әле лә Фәрит ағай. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, эш кешеһе.

- Атайым уҡытыусы ине. Шуға беҙҙең ғаилә ауылдан ауылға күсеп йөрөгән. Мин Нәбиҙә тыуһам да, ғүмер буйы Иҫке Монасипта йәшәнем. Элек бит олоһо-кесеһе бергә уҡыны. Миңә 7 класты бөтөү насип булды. Атайымың Шәмсетдин атлы ҡустыһы комбайнсы ине. Мин гел уның эргәһендә ураландым - техника ене бәләкәйҙән ҡағылған ине. Ул бер-ике йыл мине комбайнсы ярҙамсыһы итеп алып йөрөнө. Унан Белоретта бер йыллыҡ механизаторҙар курсында уҡып ҡайттым. Унан инде комбайнға ултыртттылар. Ул саҡта механизаторҙар етешмәй. Таң һыҙылғандан ҡара төнгәсә эшләйбеҙ. Ваҡыт менән иҫәпләшеп тороу ҡайҙа. Әрмегә китер ваҡытым етһәл ә, ниңәлер мине алмайҙар. Баҡһаң, яҡшы механизатор, тип, мине райсоветтан һорап ҡалдыра килгәндәр икән. Ныҡышып, барыбер армияға киттем. Өс йыл Германияла хеҙмәт иттем. Немец ерҙәрен күреп, концлагерҙарға экскурсияға барып, донъя күреп ҡайтылды.

Ҡайтҡас, кире техникаға ултырҙым.1963 йылдан алып пенсияға сыҡҡансы гнел тракторҙа йөрөнөм. Ул заман ҡайҙа хәҙерге кеүек йылы гараждар. Иртәнге 6-нан тороп һыу йылытаһың. Урамға мейес ултыртып алдым. Колхоз идараһына әйтеп, гараж төҙөттөк. Рахманғолов Рәмзи заманында гараж булды. Хәҙер аяҡ-ҡулдарҙың тартышыуы ана шул һыуыҡ тимерҙе тотоп йөрөү, гаражһыҙ эшләүҙең касафаты инде. Шулай ҙа эшемде шул хәтлем ныҡ яраттым. Күңелең ятҡан эште эшләүең үҙе бер бәхет бит ул.

Игенен дә сәстек, силос культуралары ла үҫтерҙек инде. Пенсияға сығыр алдынан подряд ысулы менән эшләп алырға тура килде – ер алып уны эшкәрттек. Силос мул булды, бойҙайҙың гектар ҡеүәте 27 центнер булды. Нисм генә сәсһәк тә, уңыш мул булды, шөкөр.
Ауыл кешеһенә ял тигән нәм әюҡ бит ул. Колхоз эшенән тыш ауылдаштарға утын-бесәнен ташыр кәрәк. Иң тәүҙә ДТ-54-тә эшләй башлағайным, үҙ ғүмеремдә ике ДТ-75 тракторын туҙҙырҙым. Комбайнда йөрөгөндә лә район буйынса алдынғылыҡты бирмәнем. Эшем өлгөлө булғас, райком бюроһы ағзаһы, ауыл советы депутаты итеп һайланылар. Ғүмерем эштә үтте һәм үкенерлек булманы. Мин – эште, эш мине яратты, ти Фәрит ағай.

Салт аҡыллы, олпат был ағай менән әңгәмә барышында шуға төшөнәһең – бына бит ул ҡайҙа илдең билен тотор ир-уҙамандар, киләсәк быуынға һәр йәһәттән өлгө булырлыҡ, ауылдың, райондың йөҙөн билдәләр шәхестәр.




Хоҙайҙан насип йәренән дә уңа Фәрит ағай – Байназар ауылы ҡыҙы. Монасипҡа фельдшер итеп ебәрелгән йәш белгес Сәйҙә Нотоғулла ҡыҙы Салауатова менән яҙмышын бәйләй. йәш парҙың һөйөү емештәре булып бер-бер артлы өс улдары: фәнил, фәһим, Фаяз тыуа. Ҡәйнәһен, Ғилмизата инәйҙе лә, үҙҙәре көтәләр. “Ҡәйнәмә мең рәхмәт инде, ҡатын менән беҙ гел хөкүмәтэшендә булдыҡ, балаларҙы ул ҡараны. Мәрхүмәнең баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә 24 йыл”, - тип ҡәйнәһен тик яҡшыяҡтан иҫләп ала Фәрит ағай.


Бөгөн Фәнилдәренең – 7, Фаяздарының 3 балаһына яратҡан өләсәй, олатай булып ултыра Көнәфиндар. Бергә йәшәгән Фәһимдәре бар яҡтан таяныс, ярҙамсы. Ауылда төпләнгән Фәнилдәренә. унан бигерәк килендәре Йәмиләгә, рәхмәтле ҡарттар: “Эй матур донъя көтәләр. Килен донъя көтөргә бик шәп. Хәҙер олоғайғас. үҙебеҙ һарыҡ ҡына тотабыҙ. Фәнилдәр итенән, һөт-майынан өҙмәй”, - тип алғышланалар 53 йыл бер төптән, бер уйҙан булып донъя көтөүсе ауыл уңғандары.


“Әсәй, атай ҡайҙа икән ул, тип һорау бирәләр ине балалар йыш ҡына, сөнки Фәрит таң һарыһы менәнколхоз эшенә китеп, балалар йоҡлап бөткәс кенә ҡайта ине”, - ти Сәйҙә апай. Уның эше лә еңелдән булмай – ауырыуға көн дә, төн дә юҡ – саҡырған ергә барыр, барыһына өлгөрөр кәрәк.


Ике уңған пар килһә, донъя көтөү үҙе бер бәхет. Ошоно эше, йәшәйеше, тәрбиәләгән балалары менән раҫлап йәшәй бөгөн көнәфиндар. Һикһәнендә һыр бирмәҫ Фәрит ағайҙың, хәләле өсөнбарына әҙер Сәйҙә апайҙың бәхет ҡорамдары шуға ныҡ һәм ҡотло. Ошонан яҙҙырмаһын!


Читайте нас: