Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
9 Апрель 2018, 02:00

Хәрби комиссариат 100 йыллығын билдәләне

1918 йылдың 8 апрелендә Рәсәйҙә хәрби комиссариаттар ойошторола. Үткән аҙнала беҙҙең районда ла Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө киң билдәләп үтелде.

1918 йылдың 8 апрелендә Рәсәйҙә хәрби комиссариаттар ойошторола. Бына 100 йыл инде улар илебеҙҙе ҡоралландырыу, мобилизациялауға әҙерлек сараларын тәьмин итеү, граждандарҙы ғәмәлдәге Ҡораллы көстәргә һәм контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу, йәштәр менән армияға тиклемге хәрби әҙерлек һәм патриотик эштәрҙе алып барыу, хәрби уҡыу йорттарына уҡырға йүнәлтеү кеүек ҡатмарлы һәм күп яҡлы маҡсаттарҙы уңышлы атҡара.

Үткән аҙнала беҙҙең районда ла Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө киң билдәләп үтелде. Район хакимиәтенең акттар залында район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, Учалы ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары, яҡташыбыҙ, подполковник А.Ырыҫҡолов, Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары, подполковник В.Сәйәхов, Ҡораллы көстәр һәм Бөрйән районы хәрби комиссариатында төрлө йылдарҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар, хәрби саҡырылыш пунктында бөгөнгө көндә эшләп йөрөүсе хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш үтте.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы йыйылышты асып:

Хөрмәтле хәрби комиссариат ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре! Ил һаҡсыларына, хәрби кейемдәге кешеләргә беҙ һәр ваҡыт һоҡланып, хатта бер аҙ көнләшеү менән ҡарайбыҙ тиһәм хата булмаҫ. Хәрби бурысты үтәү, армия сафында хеҙмәт итеү элек-электән һәр егеттең иң ҙур теләктәренең береһе булды һәм булып ҡала. 8 апрелдә хәрби комиссариаттар ойошторолоуға 100 йыл тула. Улар йәш Совет республикаһы өсөн ауыр, хәүеф янаған осорҙа, илде һаҡлап ҡалыу өсөн көстәрҙе мобилизациялау кәрәклегенән сығып ойошторола һәм хәрби комиссариаттарҙың тиҫтәләгән йылдар буйы атҡарған бурыстары ысын мәғәнәһендә ил өсөн хәл иткес булды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәрби комиссариаттар Ҡыҙыл армияны һалдаттар менән тулыландырыуға тос өлөш индерҙе, граждандарҙы оборона сәнәғәтенә эшкә йүнәлтте, халыҡҡа хәрби белем биреүҙе ойошторҙо. Һәм бөгөн дә хәрби комиссариаттар дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстарҙы атҡара. Мобилизация әҙерлеге, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм контракт нигеҙендә Ҡораллы көстәр сафына һайлап алыу, йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Беҙҙең Совет армияһы һәр ваҡытта ла көслө булды һәм бында иң беренсе сиратта тап хәрби комиссариаттарҙың роле баһалап бөткөһөҙ, сөнки һеҙ ҙур армияның урындағы таянысы, иң беренсе бәйләнеш һеҙҙең менән. Һеҙ ябай, ҡәҙимге егеттәрҙе һалдат итеүселәр. Локаль һуғыштар булған осорҙарҙа ла һеҙ мобилизация эшен тейешле кимәлдә алып бара алыуығыҙҙы иҫбатланығыҙ. Ил өсөн ауыр минуттарҙа һеҙҙең команда һәр ваҡыт алда барҙы һәм бара. Тыныс, ҡәҙимге тормошта ла хәрби комиссариттарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Бөгөн бында йыйылыусыларҙың күпселеге ветерандар, ошо системала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ҡайҙа ғына эшләһәгеҙ ҙә һеҙ армия тәрбиәһен һаҡлап, ҡушылған эште оло яуаплыҡ һәм теүәллек менән башҡарҙығыҙ һәм башҡараһығыҙ, һеҙ бөгөн дә районыбыҙҙың, республикабыҙҙың ныҡлы таянысы. Байрам уңайынан барығыҙға ла күтәренке кәйеф, ғаиләләрегеҙгә, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләйем, тине.
Учалы ҡалаһы һәм районы хәрби комиссары, яҡташыбыҙ, подполковник А.Ырыҫҡолов сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм Бөрйән районы хәрби комиссариатының үткән юлы, заманында беҙҙә эшләп киткән хәрби комиссарҙар, ҡыҫҡаса уларҙың яҙмышы менән таныштырып үтте, үҙе менән Бөрйәндә бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары, подполковник В.Сәйәхов та ветерандарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе байрам менән ҡотлап уларға бәхет, һаулыҡ, ғаилә именлеге, иртәнге көнгә ышаныс, уңыштар, һөнәри еңеүҙәр һәм уй-ниәттәрҙең бойомға ашыуын теләне!

Таналы йыйылышта хәрби саҡырылыш пункты белгестәре Ф. Ҡаһарманова һәм Р. Вәлитоваға муниципаль район Советының Почет грамотаһы, Ҡораллы көстәр ветерандары (пенсионер) Дәүләткилде Аҡыев, Факил Ырыҫҡолов, Илдар Әбүбәкиров һәм Юлай Алтынбаевҡа “Рәсәй Ҡораллы көстәренә 100 йыл”, район хәрби комиссариатында төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән һәм эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй Федерацияһы хәрби комиссариатына 100 йыл” юбилей миҙалдары тапшырылды. Сараның икенсе өлөшө Иҫке Собханғол урта мәктәбендә үтте. Ҡунаҡтар “Йәш армеецтар”ҙың сығыштарын ҡараны, тирҙа пневматик мылтыҡтан атып ярышты, яңы интернат менән танышты.

Р.Шәмиғолов.

Читайте нас: