Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
2 Апрель 2018, 16:22

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора.

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө байрам көндәре булып тора.



Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ялдар йәкшәмбе, 7 ғинуарҙан — шаршамбы, 2 майға, шәмбе, 28 апрелдән — дүшәмбе, 30 апрелгә күсерелгән.


Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 29, 30 апрель һәм 1, 2, 9 май байрам көндәре булып тора. Шәмбе, 28 апрелдә һәм шишәмбе, 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.


Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

"Башинформ"дан

Читайте нас: