Бөтә яңылыҡтар

Һигеҙлегә - бәхет игеҙ!

Нәҡ шулай: Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Буранова Ғәрибә Ғәлләметдин ҡыҙына 8 мартта 80 йәш тулған! Тыуаһы-тыуғандан оҙата йөрөгән уны “сикһеҙлек билдәһе”тип нарыҡланған ошо һигеҙ.

Нәҡ шулай: Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Буранова Ғәрибә Ғәлләметдин ҡыҙына 8 мартта 80 йәш тулған! Тыуаһы-тыуғандан оҙата йөрөгән уны “сикһеҙлек билдәһе”тип нарыҡланған ошо һигеҙ. Әле лә, һиммәтле, ҡиммәтле һикһәнендә лә ташламай: ана бит, балалары «әсәй» тип өҙөлөп тора, улы Азамат төймәгә генә баҫып көн итерлек йәшәү шарттары булдырған, Ынйыбикә килене хәстәренән өҙмәй. Үҙе ҡәҙерле ҡунаҡ булып ҡыҙҙарынан ҡыҙҙарына йөрөй. Әле бына, үҙе әйтмешләй, нигеҙен, балаларын, балаларының балаларын, ауылының һауаһын һағынып ҡайтып төшкән. Нәҡ балаларының йылы ҡарашы, хәстәре уны ҡатмарлы операцияларҙан һуң ҡабат ошо тормошҡа ҡайтарғандыр ҙа.

Ваҡытты яңғыҙ үткәрмәй апай – ана бит, хәл белергә тип Сәрүәр Барый ҡыҙы Йыһанурова килгән. Ул арала улы ла инә һалып сыҡты. Ә әңгәмәм геройының уртаҡлашыр хәтирәләре, иҫкә төшөрөр ваҡиғалары бихисап.

Ауыр һуғыш йылдарына тура килә уның бала сағы. Атаһы менән әсәһе 5 йәшлек Ғәрибәне алып Яңы Мөсәт юлында колхоз аттарын ҡарап ята. Урман ҡыҙы булып үҫә ул. Рахманғолов Рәмзи, Муллағолов Хәкимйәндәр ошо алыҫ ерҙән хужалыҡ малына тип бесән ташый. Башкөллө колхоз эшенә егелгән атаһы менән әсәһенә балаһын бәпләп ултырыу ҡайғыһы юҡ – йыуан ҡарағай төбөнә ҡоролған ҡыуыш – сабыйҙың оло донъяһы. Йәй сыҡҡансы урманда йәшәп, ҡара көҙгә генә ауылға ҡайтып инә ғаилә. Буйы менән ҡыуышта йоҡлап йөрөү ҙә үҙенекен иткәндер – атаһы һыуыҡ тейҙереп ауырығандан мандый алмай, 1943 йылдың көҙөндә баҡыйлыҡҡа күсә. Өс бала һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән яңғыҙ тороп ҡалған әсәһе, Ғилмияза инәй,бер хәл дә итә алмағас, Ғәрибәне һәм унан өлкән ҡыҙы Йәмиләне Байназарҙағы балалар йортона бирергә мәжбүр була. Ике йыл ярым шунда тәрбиәләнә ул.

- Ул саҡта беҙҙең халыҡты Әүжән урыҫтары аслыҡтан ҡотҡарҙы инде. Мәрйәләргә эш эшләп тамаҡ аҫыраусы кеше күп булды, әсәйем дә тамаҡ яллыҡ эш эҙләп Әүжәнгә юллана. Тормош-көнкүреш бер аҙға ғына арыуланғас та әсәйем беҙҙе кире үҙ тәрбиәһенә алды, - ти Ғәрибә апай.
Ауылындағы мәктәптә 7 класты бөткәс, Байназарға барып уҡыуын дауам итергә тейеш булһа ла, тормош тигәнең ҡыҙ баланың алдына яңынан-яңы һынауҙар ҡуя – мәктәптә уҡығаны өсөн әсәһе хөкүмәткә йылына 150 һум аҡса түләргә тейеш була. Яңғыҙ әсә, колхозсы ундай аҡсаны ҡайҙан алһын? Аталары һуғышта йөрөгән балаларға ғына мәктәптә бушлай уҡыу хоҡуғы бирелә. Һуғыштан һуң да бөтәһе лә ҡапыл ғына ал да гөл булмай. Әсәһе мәрхүмәнең ҡыш көндәре ялан аяҡ мәктәпкә йүгереп барып, өшөгән аяҡтарын күлдәгенең итәгенә төрөп йылытып ултырғанын бөгөн дә әсенеп, күҙ йәштәре аша хәтерләй Ғәрибә апай.

Ауылда 7 класты тамамлағас, Байназар мәктәбенә уҡырға бара. Тырышып уҡый, яҡшы билдәләргә өлгәшә. Юғары белем алырға ла теләге ҙур була. Әммә ул ваҡытта колхозда ике йыл эшләмәйенсә мәктәп сығарылыусыларына документтары бирелмәй.
- Урмантаев тигән бер түрә килеп, димләктәп, мине фермаға ебәрҙеләр. Бер йыл Нөгөштә башмаҡ көттөм, унан Нөгөш юлындағы Кәлтәгәүгә күсерҙеләр – шунда башмаҡтар ҡарап яттым.

1960 йылда Бикмәтов Рәжәп Динмөхәмәт улына кейәүгә сыҡтым. Икебеҙҙе лә звеноға яҙҙылар. Үҙән буйында звенола яттыҡ. Бер йылдан Зифа ҡыҙым тыуҙы. Апрель айында ғына сабыйым донъяға килһә лә, шул уҡ йәйҙә миңә йөкләмә һалдылар. Йүргәктәге бала менән Үҙән буйына ирем эргәһенә бесән эшләргә барҙым. Изгелде тамағында ҡул менән бесән эшләйбеҙ. Ағас ботағында баламдың сәңгелдәге елпелдәп торған була. Йөкләмә итеп 30 күбә һалғайнылар, мин 33 күбә бесән эшләп тапшырҙым. Булды инде заманалар. Эштән башҡаны белмәнек тә.

Көҙгә ауыл клубының китапханаһына китапханасы итеп ултырттылар. Ул ваҡытта сельсовет Ҡыпсаҡта ине. Бер мәл ауыл советына саҡыртып, кассир-иҫәпләүсе итеп ҡуйҙылар. Паспорт эшләп биреү, Загс эштәре, һалым йыйыу – бөтәһе минең өҫтә. Ауыр булды, өлгөрә алмай китһәм, машинкамды өйгә алып ҡайтып, документ эштәрен өйҙә эшләй инем.

1969 йылдың февралендә ауыл советына секретарь итеп ҡуйып киттеләр. Ошо эштә 1988 йылдың майына тиклем ал-ял белмәй эшләнем. Сельсоветта ултырам тип, колхоз эшенән ҡалып булмай: йөкләмә һалалар, уны үтәү шарт. Бер йылды Һәүәнәктә 4 кеше колхозға 2 эҫкерт ултырттыҡ. Ул арала бер-бер артлы балалар тыуҙы. Биш баланы уҡытыр, тәрбиәләр кәрәк. Элек бит декрет отпускыһы ла 40 көн генә булды. Бәләкәй балаң бар, тип ташлама яһаманылар – колхоздың сезонлы эштәренә йөрөнөк. Бер йылы Монасиптан сыҡҡан юлда яттыҡ – Нәби ауылының сигенә тиклем таш түшәнек. Ир-егеттәр кәйлә менән таш аҡтара, беҙ носилка менән шуны ташып түгәбеҙ, тигеҙләп таратабыҙ... Ҡулдан һәнәк менән салғы төшмәне инде. Төп эшемдә лә һынатманым – барыһына өлгөрөргә, кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тырыштым. Шуға ла ауылдаштар бер нисә саҡырылышта ауыл, район Советына депутат итеп һайланылар. Өҫтән дә эшемде баһаланылар – бихисап рәхмәт, маҡтау ҡағыҙҙары шуны һөйләй. Бер йылы хатта Ленинград ҡалаһына юллама бүләк иттеләр. Герой-ҡалаға барып, матур тәьҫораттар менән ҡайттым. 1973 йылда “социалистик ярыш еңеүсеһе” исемен алдым. Ауыл хакимиәтендә эшләү дәүеремдә район Советының – 5, ауыл советының 7 етәксеһе алмашынды. Эшемде яраттым, бер ваҡытта ла һынатманым, - ти икән Ғәрибә апай, уның ошолай әйтергә, хаҡлы ғорурланырға урыны бар.

Әсәһен 96 йәшенә тиклем матур итеп тәрбиәләгән, хәләл ефете менән иңгә–иң терәшеп 57 йыл йәшәгән, күҙҙән ҡалғас, ирен, ғүмер буйы “Ҡыҙыл таң” колхозы өсөн тир түккән, хужалыҡтың алдынғы тракторисы булған Рәжәп Динмөхәмәт улын, ике йыл ул риза булырлыҡ итеп матур ҡараған, Ватанының мәнфәғәте өсөн ҡара йәштән бил бөккән, бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтергән кеше лә бит әле ул! Нәҡ йырҙағыса: изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән өрөүсе донъяға!

А. Ғарифуллина.

Читайте нас: