Рәсәйҙәр 23 февралдә – өс, 8 мартта дүрт көн рәттән ял итәсәк, тип хәтергә төшөрҙөләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәрен рациональ файҙаланыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән шәмбе 6 ғинуарҙан ял көнө йома 9 мартҡа күсерелә.
Кесе йома 22 февралдә һәм шаршамбы 7 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шул рәүешле, байрам көндәре менән бәйле биш көнлөк эш аҙнаһында 23, 24, 25 февраль һәм 8, 9, 10, 11 март ял көндәре булып һанала.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-сы статьяһына ярашлы йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә эшләмәгән байрам көндәре 23 февраль һәм 8 март отпусктың календарь көндәре иҫәбенә инмәй.
http://www.bashinform.ru/bash/1118976/