Әрһеҙҙәр былый ҙа күтәрелә, талантты күтәрергә кәрәк, тигән, ти, бер аҡыл эйәһе. Дөрөҫ был: әрһеҙҙәрҙең йөҙ юл табып тәғәйен түгел үрҙәрен яулаған мәлендә йәшәйбеҙ. Заман башҡа – заң башҡа.
Юҡ, барыбер алтынға нәжес йоҡмай, талантты халыҡ таный, баһалай. Рәсми булмаһа ла, “халыҡ” исемен йөрөткән таланттарыбыҙ ни сама!
Яңы Мөсәт ауылының талантлы ҡыҙы, юғары кимәлдәге бәйге-ярыштарҙа Бөрйәнебеҙҙең данын яҡлар сәсәниәһе, республикабыҙҙа ла танылыу яулаған аҫылташ –Гүзәл Һырлыбаева ошо көндәрҙә алтмыш йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Күсә –күсә күсәм булырһың, Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, тигән мәҡәлде йәшәйеше, ижади эшмәкәрлеге менән дәлилләй Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙы. 60 йәшлек матур ғүмер үренә һәлмәк ижад багажы, ҙур еңеүҙәр, ил-көндә лайыҡлы танылыу менән менде ул.
23 йыл педагогик стажға эйә апайыбыҙ – БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы эйәһе. Оҫта гармунсы, йор һүҙле сәсәниә, фольклор белгесе,йөҙәрләгән сценарийҙар, тамашалар авторы, үткер ҡәләмле хәбәрсе, хисле шағирә лә ул. Аллаһы Тәғәлә шул сама һәләтте уның бер үҙенә өйөп биргән – ана шул ырыҫты халҡы күңеленә сәсә, теле менән күңелдәрҙе имләй, моңо менән әҫәрләндерә Иҫке Мөсәт һандуғасы.
Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙының автобиографияһына туҡталып тороу хәжәт түгел – бөтә ғүмере – ауылдаштарының, райондаштарының күҙ алдында. Үҙенә тәғәйен ғүмер арауығын халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған олуғ ихтирамға лайыҡ шәхес ул.
Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникусының режиссура бүлеген тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын мәҙәниәттә башлай. Байтаҡ йылдар район мәғарифына хеҙмәт итһә лә, уның ғүмере мәҙәниәттән, сәнғәттән айырылғыһыҙ.
2005 йылда республикала тәү башлап үткән ҙур сара - “Салауатйыйыны”ның сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулап, Бөрйәнебеҙҙең, республикабыҙҙың бәҫен күтәреп, бүләккә ҙур төҫлө телевизор йөкмәп ҡайтып төштө ул. Шунан моң һәм сәсәнлек ҡеүәһенең инеше йырылдымы ни - ҡайҙа барһа ла 1-се урын йә Гран-при ала ла ҡайта апайыбыҙ - күҙ генә теймәһен!
Былтыр һәм элекке йыл үткәрелгән төбәк-ара “Әхмәт әйтеше”ндә 1-се урын алыуы, 2017 йылда Әбйәлилдә үткән “Ҡыҙыл йәйләүе” республика бәйгеһендә сәсәндәр әйтеше, лаҡаптар белгесе, эпостар, ҡобайырҙар әйтеше, шиғырҙар ятлау, гармунда уйнау бәйгеләрендә ал бирмәй 1-се призлы урын яулап ҡайтыуы, 1977 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йыр конкурсында дипломант булыуы,”Юлдаш йыры – 2015” конкурсында үҙе яҙған “Афғансылар маршы” менән финалға сығыуы, Иҙел Ниязғолов иҫтәлегенә үткәрелгән “Бөрйән һандуғасы” конкурсында –Гран-при, “Яҙғы моңдар” район конкурсында - Гран-при, “Ашҡаҙар таңдары” төбәк-ара фольклор байрамында үҙе яҙған “Сәрмә йөктәү” сценарийын сәхнәләштереп 2-се призлы урын алып ҡайтыуы менән дә баһалы ул.
Ана ошондай шәп ҡыҙын тәбрикләне 3 февралдә бөрйәндәр - Яңы Мөсәттә бына тигән ижад кисәһе үткәрҙеләр. Юбилярҙы ҡотларға район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К.Теләүбаева килде. Ул Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙына район хакимите башлығы Р.Шәриповтың тәбрик һүҙҙәрен еткереп, БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Бөрйән һандуғасына йәш йырсы Булат Ғиззәтуллин халҡыбыҙҙың мәшһүр “Һандуғас” йырын бағышлауҙан баш алған сара шул тиклем рухлы, эстәлекле, тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды.
“Йәнгүзәл” ҡумыҙсылар ансамбленең, ауыл ағинәйҙәренең, “Тамсыгөл” ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблдәренең сығыштары иҫ китмәле булды.
Юбилярҙың туғандары – ҡусты-кейәүҙәре бер сәхнә булып баҫып тороп Гөлсөм Бикбулатова башҡарған “Апайыма аҡ сәскәләр “йырын йырлап, Гүзәл Абдразаҡ ҡыҙына апа-аҡ сәскәләр бүләк иткән тетрәндергес мәлде залдағылар күҙҙәренә йәш алып тамаша ҡылды.
Туғандары, балалары, Белореттан килгән Әнисә бикәсе – олоһо ла, кесеһе лә олоҡлап ҡотланы, рәхмәт һүҙен әйтеп тәбрикләне, алғышланы моң ханбикәһен.
Эйе, бәхет тәхетендә булды Гүзәл апай. Уның кеүек ысын талант эйәһе, ил инәһе, рухлы ағинәй , алтындарҙан ҡиммәт фольклорыбыҙҙы халҡы хәтеренән алып кире үҙ халҡына мең балҡышта, мең сағылышта биреүсе сәнғәт оҫтәһы нәҡ беҙҙең менән , беҙҙең арала булыуына ҡыуандыҡ.
Күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ти халыҡ. Милләтебеҙҙең аҡыҡ ҡашы, аҫыл ҡыҙҙарының береһе Гүзәл Һырлыбаеваға ҡарата мас ҡына был мәҡәл.