Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
18 Декабрь 2017, 17:33

Тиҙҙән Яңы йыл!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Яңы 2018 йылды байрам итеү саралары тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамды әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, саралар планы раҫланды.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Яңы 2018 йылды байрам итеү саралары тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамды әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө, саралар планы раҫланды.
Ойоштороу комитетына ауыл биләмәләре башлыҡтары, профсоюз ойошмалары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бергә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауылдарҙағы майҙандарҙа Яңы йылға бағышланған карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа саралар ойошторорға тәҡдим ителә.
Шыршыларҙы биҙәгәндә целлулоид һәм башҡа тиҙ янып китеүсән уйынсыҡтар һәм биҙәү әйберҙәре, шыршыға иллюминация өсөн майшәмдәр, бенгаль уттары ҡулланыу, шулай уҡ шыршы төбөнә уттан һаҡлаусы состав менән эшкәртелмәгән мамыҡ һалыу, шыршы ботаҡтарына шундай мамыҡтан эшләнгән уйынсыҡтар элеү тыйыла.
Байрам уңайынан “Һаумы, Яңы йыл!” тигән район конкурсы иғлан ителә һәм “Яңы йыл әйлән-бәйләне” тигән байрам ойошторола. Бынан тыш, “Яңы йылдың әкиәт ҡаласығы” конкурсы ла үткәрелә.
23 декабрҙә яңы йыл алды ауыл хужалығы йәрминкәһе күҙаллана.
Район ауылдарында үтәсәк бал-маскарадтарҙың көндәре лә раҫланды. Әтектә, Ырғыҙлыла, Һарғаяла шыршы байрамдары 31 декабрҙә, ә ҡалған ауылдарҙа 30 декабрҙә үтә.
20 декабрҙән 30 декабргә тиклем ойошма-учреждениеларҙың һорауы буйынса Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балалар өсөн яңы йыл иртәлектәре үткәрә.

«Һаумы, Яңы йыл!»

Был конкурс 19 декабрҙән 26 декабргә тиклем үтә. Унда ойошма, учреждениелар һәм төрлө милек формаһындағы предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша.

Биләмәне биҙәү:

- Бина янына шыршы ултыртыу;

- Балалар өсөн таусыҡ эшләү;

- Боҙ (ҡар) һындар яһау.

Шулай уҡ айырым кешеләр араһында ла үҙ биләмәһен байрамға биҙәү буйынса конкурс иғлан ителә.

Еңеүселәр 26 декабрҙә билдәләнә.

«Яңы йыл әйлән-бәйләне»

Байрам 23 декабрҙә 10.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайы алдында башлана.

Байрамдың программаһы:

- “Яңы йыл әйлән-бәйләне” байрамын асыу тамашаһы;

- Халыҡ уйындары;

- Боҙ (ҡар) һынды яҡлау;

- Яңы йыл ритайымы, әйлән-бәйлән;

- Конкурс программаһы.

Конкурста райондың ойошма, учреждение һәм предприятиелары коллективтары ҡатнаша.

Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы өс турҙа үтә:

1-се тур – “Визит карточкаһы”;

2-се тур – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың Яңы йыл ҡотлауы;

3-сө тур – “Иң яҡшы Яңы йыл фейервергына конкурс”.

«Яңы йылдың әкиәт ҡаласығы»

Был конкурста ойошма, учреждение һәм предприятиелар ҡатнаша. Уларҙың һәр ҡайһыһы район мәҙәниәт һарайы алдында әкиәт ҡаласығын биҙәй, боҙ һын яһай һәм ҡаласыҡтарына презентация эшләй.

Төклө аяғың менән, Яңы 2018 йыл! Именлек һәм муллыҡ йылы бул!
Читайте нас: