Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Декабрь 2017, 11:19

Хөрмәтле райондаштар!

12 декабрь - Рәсәй федерацияһы конституцияһы көнө

Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Конституция хаҡлы рәүештә дәүләттең, халыҡ берҙәмлегенең символы булып тора, ә уны ҡабул иткән көн – ил тарихында мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Бөгөн төп Закон ярҙамында азатлыҡ һәм ғәҙеллек принциптары раҫлана, социаль гарантиялар тормошҡа ашырыла, ерҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ һаҡлана. Күп милләтле халыҡтарҙы бергә туплап, уларға берҙәм һәм тиң үҫеш мөмкинлектәрен тыуҙырыуҙа, сәйәси һәм иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлауҙа Төп ҡанундың әһәмиәте ҙур.
Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы – Конституцияла ҡаралған хоҡуҡ нормаларын тулыһынса үтәп, хоҡуҡи дәүләттең нигеҙҙәрен һаҡлау. Бары тик шул осраҡта ғына киләсәгебеҙ яҡты буласаҡ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете, рух күтәренкелеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Р. Шәрипов, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: