-1 °С
Болотло
Шулай йәшәйИҫке Монасиптағы Юлдашевтар. Һәр хәлдә, бөтә ғүмерен малсылыҡҡа арнаған Зөфәр Мырҙабулат улы менән Ғәйнесафа Шәрәфетдин ҡыҙы шулай уйлай. Ошолай итергә тулы хаҡтары бар – был күркәм парҙың артында бергә йәшәлгән матур ғүмер юлы, туған колхоздарының сәскә атыуы хаҡына фиҙакәр хеҙмәт, эштә лә, тормошта ла һынатмау өсөн һалынған шәхсән тырышлыҡ, тәрбиәле һәм ишле балалар... Ҡыҫҡаһы, ғүмер тигән кәкерсәкле-бөкөрсәкле юлды бер-береһенә насип, тоғро юлдаш булып әле һаман үтеү өҫтөндә Юлдашевтар.
62-се көҙҙө бергә ҡаршылайҙар, 62-се алтын көҙҙәренә парлы инәләр – ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме тағы?!
Был ғаиләне районда белмгән кеше юҡтыр. Малсылыҡта эшләп дан алған, ошо тармаҡҡа 33 йыл ғүмерен бағышлаған, хеҙмәтен илебеҙ Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ,(1971),” Почет билдәһе” (1973),Халыҡтар дуҫлығы(1981) ордендары менән баһаланған, ваҡытында БАССР Юғары Советы депутаты булып һайланған, республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер, тыл һәм хеҙмәт ветераны, бихисап юбилей миҙалдарына эйә олуғ шәхес, районыбыҙҙың Почетлы гражданины Зөфәр Мырҙабулат улы менән уға бар яҡтан ҡуш килгән ише – Герой-әсә, хәләленә 9 ул һәм бер ҡыҙ табып биргән оло йөрәкле ҡатын, оҙаҡ йылдар “Ҡыҙыл таң” колхозында быҙау ҡараған егәрле малсы, I, II, III дәрәжә “Әсәлек даны”миҙалдары эйәһе, 1980 йылғы коммунистик хеҙмәт ударнигы, хеҙмәт ветераны Ғәйнисафа Шәрәфетдин ҡыҙы ауылдарының ғына түгел, райондың ғорурлығы булып йәшәне һәм әле лә йәшәй. Балалар бөтәһе лә ауылда, тиер инек, Дамирыбыҙ ғына ҡырҙа. Шөкөр, ярҙамдарынан өҙмәйҙәр, хәл-әхүәлдле белешеп, эштәрҙе эшләшеп китәләр, хәлдән килгән ерҙә үҙебеҙ ҙә балаларҙы ярҙамдан өҙмәйбеҙ, тиҙәр тормош-көнкүрештәренән риза ҡарттар.
2015 йылдағы янғын уларҙы ла аямаған – донъялары көл-күмергә ҡалған. Ярҙамһыҙ ҡалмаған оло быуын вәкилдәре – эшҡыуар Рәмил Көнәфин бына тигән йорт төҙөтөп биргән, балалары ла ярҙам иткән.
“Иң үкенеслеһе – әсәйем мәрхүмәнең тирмәне, самауыр янды”, тип уфтана Ғәйнисафа апай. Ҡалай итәһең, тәҡдирҙән уҙмыш юҡ шул. Күмәк көс менән был ҡазаны ла йырып сыҡҡан Юлдашевтар. Хәҙер ана өр-яңы йортта йәшәйҙәр, һыу – эстә, йәшәр өсөн шарттар бар.
Бала сағы етемлектә үтеп, тормош тигәнең нужа ҡаласын күп ашатҡан Зөфәр ағайға. Байназар балалар йортонда ла тәрбиәләнгән ул. Белореттағы №1 кәсеп-шөғөл училищеһында ла уҡыған. Әрме сафында йөрөп ҡайтҡас та ике йыл келәт мөдире булып эшләгән дә башкөлләйе малсылыҡҡа сумған. Ошонда ул үҙенә тәғәйен бәхетен, данын, абруйлы исемдәрен, тәғйенләнешен тапҡан. Хеҙмәте - өлгө, йәшәйеше – үрнәк, үҙе – аҡылдың алтыны.
Бөгөн барына шөкөр итеп, булғанына ҡыуанып, Ҡөрьән аяттары уҡып , даими доғала булып йәшәй ауыл аҡһаҡалы. Бөтә яҡитан бәхетле ул: янында ғүмер юлын парлашып үткән, уны ярты һүҙҙән, ым-ишаранан аңлап ҡурсып торған хәләле, эргәһендә бәпләп үҫтергән балалары, үткәнендә данға күмелгән эше, тыныс һәм мул бөгөнө, яҡты киләсәге бар уның. Ошо инде ғүмер көҙөнөң алтындарға биргеһеҙе, ошо инде бәхет тәхетенең түре, ошо инде фани донъя рәхәте!