Ғаиләне үлсәү менән, ә үлсәүҙең бер яғында – ир, икенсе яғында – ҡатын тип сағыштырырға була. Ошо ике үлсәмдең араһында мөхәббәт үты яна, бер-береңде аңлап, үлсәүҙе тигеҙ тотоу һөҙөмтәһендә яйлап ышаныс нығый, мөхәббәт емештәре - балалар тыуа. Әгәр бөтә йөк – тормош мәшәҡәттәре бер яҡҡа ғына һалынһа, үлсәү бәүелеп аҫта ҡалғандың хистәре һыуына, өҫтәген ут өтөп бар мөхәббәте нәфрәткә әйләнә, бала яҙмышы уртаға бүленә, ғаилә тарҡала. Һүҙем Нәби ауылында йәшәүсе, мөхәббәткә тоғро ҡалып, уны һүндермәй ауыр саҡтарҙа бер-беренә терәк, таяныс булып, һоҡланғыс ғүмер кисереүсе Вәлимә менән Райман Моратшиндар хаҡында.
Ғаилә башлығы Райман Рамаҙан улы 1952 йылдың 1 июнендә Мораҙым ауылында тыуа. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, колхозда төрлө эштәр башҡарып үҫә. 8-се синыфҡа тиклем белемде эштән һуң кискеһен Байназар мәктәбенә йөрөп ала. 10-сы синыфты Нәбиҙә тамамлай. 1973-1975 йыл Вологда өлкәһендә төҙөлөш батальонында хеҙмәт итә. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас Вәлимә исемле йәш ҡыҙҙы кәләш итеп ала һәм ҡатыны эргәһенә Нәби ауылына килеп донъя көтә башлайҙар.
- “Ҡыҙыл таң” колхозында быҙау, башмаҡ, һыйыр, йылҡыһын да көттөм, тимерлектә лә, склад мөдире булып та эшләргә тура килде. Иген элек күп булды, был осорҙа ултырып булманы. Көнө буйы эш өҫтөндә булдыҡ. Хаҡлы ялға ике йыл ҡалып, эш хаҡын өҙөп йолҡоп ҡына түләгәстәр, шул аҡсаға балаларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк булғанлыҡтан ҡалымға йөрөй торғайным. Ауыл колхозынан иң һуңынан тиерлек сыҡтым, хатта “Һуңғы герой” тигән исем дә тағып ҡуйҙылар” – ти Райман Моратшин.
1950 йылда Нәби ауылында донъяға килгән Вәлимә Нурғәле ҡыҙы ла донъяның төрлө ауырлыҡтарын күреп үҫә. Үҙ ауылында 4-се синыфты тамамлағас, Байназар мәктәбенә бара. Әсәһе ауырып китеү сәбәпле 6-сы синыфты уҡырға яҙмай, үҙенән бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен ҡайғыртып “Сатра” фермаһына эшкә сыға. 14 йәшенән колхозда һауынсы булып эшләп һәр саҡ алдынғылар рәтендә йөрөй. Эш башлауына 7 йыл үтеүгә йәш ҡыҙҙың тырышлығы юғары баһалана, уға “комунистик хеҙмәт алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Пенсия йәше тулһа ла, пенсия арта тигәстәр тағы ла 5 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға.
- Иртәнән кискә тиклем колхоз эшендә йөрөп, ҡайтып балаларҙы ҡарап кире эшкә йүгерәһең. Иртәле-кисле 18 баш һыйырҙы, быҙауҙарын имеҙеп һауып, башмаҡ булһа уны ҡарайһың. Балалар ҙурая башлағас, әсәй арыйһың, тип һыйыр һауыша киләләр ине.
Һыу сыҡҡан йылы беҙ ҡунаҡта инек. Һыу күтәрелә башлағас, улыбыҙ Инсур атаһының балыҡҡа йөрөй торған оҙон ҡуңыслы резина итектәрен эләктереп, малдарҙы тауға ҡыуып бер һыйырҙы ла ағыҙмай алып ҡалған. Ферма мөдире Сәләхетдин Теләүбаев: “Ана, тыңҡауыҡтай ғына Инсур бер һыйырҙы ағыҙмаған. Моратшиндың малайындай ҙа була алмайһағыҙ”, тип ҡалған көтөүселәрҙе әрләй икән. Шулай, балалар ҙа бәләкәйҙән эш күреп, өйрәнеп үҫтеләр, - ти хужабикә.
8 бала араһында үҫкән Вәлимә Нурғәле ҡыҙы үҙе лә 8 балаға ғүмер биргән әсә. Ғүмер һуҡмаҡтарын 40 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атлаусы бәхетле пар 8 баланы тәрбиәләп үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар, хәҙер инде балаларының татлы емештәрен татып 25 ейән-ейәнсәренә һөйөнөп, уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхетле ғүмер кисерә олатай-өләсәй.
- Балалар һәр береһе үҙ аллы донъя көтөүгә ҡарамаҫтан һәр саҡ килеп хәлде белешеү, ярҙамлашыу өсөн ваҡыт табалар. Кейәү-килендәрҙән дә уңдыҡ, бына һыйырға бесәнде кейәү йүнләп бирә. 3-4 йыл элек һарыҡ та көтә инек, уларын эт ашап бөттө. Йәшелсә-емеш еләкте берәүһен дә ҡалдырмай сәсәбеҙ. Үҙем гөл үҫтерегә яратам, кешелә ятыраҡ үҫенте күрһәм шунда уҡ һөйләшеп алырға тырышам. Пенсия әҙ тип үкенмәй, барына шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Етемселектә үҫкәнгә донъялағы һәр бала “етем” һүҙен белмәй, атай-әсәйле булып үҫһен, шул минең теләгем, - ти изге күңелле Вәлимә апай.
Моратшиндарҙың өйөндә бер ҡасан да балалар тауышы тынмаған, бөгөн дә Һарғаяла йәшәүсе ҡыҙҙары Фирүзәләрең балалары, 5 йәшлек Әдилә менән кескәй Фәнир нурлы өйҙө шат тауыштарға күмеп зыҡ ҡубалар. Ошондай тырыш, аҡыллы балалар, уңған килен-кейәүҙәр, ейән-ейәнсәрҙәр ихтирамын, ихтибарын тойоп йәшәү үҙе бер бәхеттер бит. Өлгө булырлыҡ аҫыл ғаиләгә алтын, гәүһәр туйҙарығыҙҙы ла уҙғарырға яҙһын, тип теләге килә.