

Мәғәфиә инәй Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы ҡыҙы. Һуғыш сығыу сәбәпле, 3 класс ҡына бөтөп, утты-һыуҙы, һуғыш ғәрәсәтен, уның бар афәтен үҙ елкәһендә татыған, ФЗО-һын да, ирҙәр эшен дә ҡалдырмаған. Ленинград өлкәһендә вагон-вагон торф тейәгән, аҙаҡ Свердловскиға ебәрелеп, унда эшләп, үҙенең икенсе яртыһын – Бөрйән егете Маликов Йосоп Ғәлиәхмәт улын осратып, уның менән яҙмышын бәйләп, һөйгәне артынан 1954 йылда Бөрйәнгә килгән, күпте күргән, күпте кисергән ағинәй.
Бабайы вафат булғандан һуң уны Ҡурғашлы ауылынан Хәҙисә Байназарова тормош иптәше менән үҙ ҡанаттары аҫтына алған, инәйҙе иҫке өйөнән үҙ биләмәләренә күсереп, ыҡсым ғына избенка төҙөп индергәндәр.
Туғандары Миәкәгә алып ҡайтһа ла, унда ерегә алмай кире Бөрйәнгә ҡайтҡан инәй ул.
-Йәшенең оло булыуына ҡарамаҫтан, Мәғәфиә инәй һоҡланғыс рух ныҡлығы һәм илебеҙҙең киләсәгенә йән атыуы менән барыбыҙға үрнәк күрһәтә. Уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйем, - тине район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026
#БашкортостанВыбирай2026