

Парижда ла, Марста ла тауыш бирҙеләр
Бөгөн иртәнсәк Башҡортостандың бер нисә ауылында халыҡтың 100 проценты тауыш биргән. Шуларҙың бер нисәһе - Ҡыйғы районының Париж ауылы, Асҡын районының Башҡортостан ауылы, Ауырғазы районының Марс ауылы. Бер кем дә ситтә ҡалмаған.
«Беҙ көслө ил өсөн тауыш бирәбеҙ! Һәм барыһы ла яҡшы булыр тип ышаныбыҙ», — тип уртаҡлаша Ҡыйғы районының Париж ауылы халҡы.
Ғүмер буйы йәнәш
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе 79 йәшлек Риан Исмәғил улы менән Сәйҙә Рәшит ҡыҙы Әхмәҙиевтар ғүмере буйы бергәләр. Бөгөн һайлау участкаһына ла икәүләп бергә килгәндәр.
Айыу ҙа һайлауға килгән
Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир-егет һайлау участогына айыу костюмында килгән. Шулайтып ул башҡаларҙың кәйефен күтәрергә теләгән.
Фото: Галия Сайфуллина, ЦИК РБ,