-Һайлау участкаһы бөгөн гөж килеп тора. Һайлаусылар үҙ тауышын биреп ҡалырға ашыға. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һайлауға килгәндәр өсөн төрлө уйындар ойошторҙо. Ауылыбыҙ уңғандары тарафынан әҙерләнгән йәрминкәлә кемдер һатып, кемеһелер һатып алып ҡыуана. Шулай уҡ көҙгө фотозонала иҫтәлеккә фотоһүрәткә төшөргә лә мөмкин, - тип яҙа Кейекбайҙан Гөлдәр Хәйруллина. ъ
Район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов ошо участкала республика башлығын һайланы.
Оло быуын кешеләре һәр ваҡыт ил яҙмышы хәл ителгән мәсьәләләргә яуаплы ҡарай. Ауыл ағинәйе Сания Нәбиулла ҡыҙы Исламова тормош иптәше менән үҙ тауыштарын бирҙе.
- Һайлау - үҙе бер байрам инде! Үҙ тауышымды бирҙем, республикабыҙ артабан да сәскә атыр, Аллаһ бирһә, - ти Фәриҙә апай Хәлитова.
Йәш ғаиләләр ҙә балалары менән бергә килеп, республикабыҙ яҙмышын хәл итәсәк сарала ихлас ҡатнашты.