Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
8 Сентябрь , 13:35

Иҫке Собханғолдан Сәлих Сафин "Рәхмәт" акцияһында смартфон отто

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе абруйлы ир-уҙаман, Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында 35 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Сафин Сәлих Садиҡ улын быйылғы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙа гражданлыҡ бурысын үтәү менән бер рәттән ҙур бүләк - смартфон да көтөп торған.

Иҫке Собханғолдан Сәлих Сафин "Рәхмәт" акцияһында смартфон отто
Иҫке Собханғолдан Сәлих Сафин "Рәхмәт" акцияһында смартфон отто

Бәхетленең ҡунағы менән шатлығы ла бер көндә, тигәндәй, "Рәхмәт 102.РФ" акцияһында ҡатнашып, ҡиммәтле смартфон отҡан!
Ауылдың абруйлы ир-уҙаманына, данлыҡлы балта оҫтаһына, хәләле, мәсет ағинәйе Клара Абдулла ҡыҙы менән бынамын тигән балалар үҫтереп, уларға хан һарайындай донъялар төҙөшөп, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булған Сәлих Садиҡ улына тыныс ҡартлыҡ, балалар, ейәндәр ҡыуанысы насип булһын!
Уның бәхет өлөшө киләсәктә лә мул булһын!
Сәлих ағайға яңы смартфонын алып мәнфәғәтен күрергә яҙһын!

Автор:Айгүзәл Уразаева
Читайте нас: