Һайлауҙар
7 Сентябрь 2024, 06:00

Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын

Һайлауҙа ғаиләләре менән әүҙемлек күрһәтеүселәр байтаҡ. Республика Башлығын һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙың ниндәй мөһим эш, яуаплылыҡ икәнен аңлаған Шәмиғоловтар ғаиләһе һайлау участкаһына бәләкәй ҡыҙҙары Мәҙинә менән килгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһынЙәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын
Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын

Иҫке Собханғолда йәшәүсе Илнур һәм Гөлйөҙөм Шәмиғоловтарҙың ғаиләһендә шулай уҡ Сулпан, Гөлнара, Илгиз исемле балалар тәрбиәләнә.

Бөгөн улар мәктәп биләмәһендәге һалдат һәйкәле янында туҡталды. Обелиск янында Илнурҙың олатаһы Шәмиғолов Бүләкбәй Шәкир улын, ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарын хөрмәтләп иҫкә алдылар. Илдәрҙең тиҙерәк тынысланыуын, хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.


Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булып, ошо бәләкәй балалар хаҡына илдәребеҙ тыныс булһын!

Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын
Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын
Йәш ғаиләнең теләктәре ҡабул булһын
Автор:Альфина Юлчурина