Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
7 Сентябрь , 11:30

Нурия Маннапова өйҙә тауыш бирҙе

Нурия инәй Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Ҡарабулаҡ ауылында йәшәгән.

Нурия Маннапова өйҙә тауыш бирҙе
Нурия Маннапова өйҙә тауыш бирҙе

Ҡурғашлы ауылында ғүмер итеүсе 84 йәшлек Нурия Маннапова республика Башлығын өйҙә һайланы.

Нурия инәй Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Ҡарабулаҡ ауылында йәшәгән. Һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләгән. Ике улы ла, тормош иптәше лә вафат булып, яңғыҙ ҡалғас, тыуған ауылына, өлкәнәйгән апаһын (хәҙер мәрхүмә) ҡарарға ҡайтҡан ул. Бөрйәндә ғүмер итеүенә хәҙер 11 йыл була.

"Үҙебеҙ Сорғот ҡалаһында йәшәйбеҙ. Тормош иптәшем вафат булыуына 24 йыл. Йыл һайын ауылға киләбеҙ. Баймаҡ районына ла ҡайтабыҙ, унда минең 86 йәшлек әсәйем йәшәй. Хәлдәрен белергә ҡайттыҡ, - ти Нурия инәйҙең килене Зөбәйлә.

Ҡурғашлыла өйҙә һайлаусылар һаны - 15.

Нурия Маннапова өйҙә тауыш бирҙе
Нурия Маннапова өйҙә тауыш бирҙе
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: