Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
7 Сентябрь , 10:30

Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!

Бөрйән районының Тимер ауылындағы һайлау участкаһында Испаниянан килгән Антонио Луис атлы матур егет тә республика етәксеһен һайлауҙа тауыш биргән. Баҡтиһәң...

Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!
Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!

Баҡтиһәң, ул Тимер ауылындағы өләсәһендә пропискала тора икән. Шуға гражданлыҡ яуаплылығы көслө булған егет һайлауға Бөрйәнгә ҡайтып төшкән. 

Был егет хаҡында ишеткәс, түҙмәнек, Тимер ауылына елдерҙек.

Тони Өфөлә Фән һәм технологиялар университетында халыҡ-ара бәйләнештәр йүнәлешендә белем ала. Уға 19 йәш. Испанияла 12 класс тамамлағас, Башҡортостанға – әсәһенең тыуған яҡтарына юл тота. Былтыр Өфөләге бер мәктәптә балаларға испан теленән дәрес тә биреп йөрөгән. Инглиз телен дә камиллыҡта белә –инглиз телен махсус мәктәптә 2 йәшенән алып өйрәнгән. Әге ғәрәп телен өйрәнеп йөрөй икән. Рус телен яҡшы белә, иркен аралаша. Беҙҙе башҡортса “Һаумыһығыҙ!”тип ҡаршы алды.

Өләсәһе Зифа апай Испанияға күсеп барып, уны тыуғанынан алып тәрбиәләшкән, мәктәптә алып йөрөгән, барып алған. “Бәләкәй сағында Салауат Низаметдиновтың “Күҙ нурым”, Райман Ишбаев башҡарыуында “Аҡ томан” йырҙарын тыңларға яратты. Һорап тороп тыңлай торғайны”, ти өләсәһе.

Атаһы испан, әсәһе башҡорт булған Антониоға Бөрйәндәге һиллек, тыныслыҡ һәм әлбиттә, тәбиғәт ныҡ оҡшай. “Кешеләр ныҡ ябай һәм алсаҡ. Ризыҡтар ныҡ тәмле бында”, ти испан егете.

Әйткәндәй, дәртле испан егете сәскә лә бүләк итте әле хатта...

Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!
Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!
Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!
Испан егете Антонио Луис Бөрйәндә республика Башлығын һайлаған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: