Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
7 Сентябрь , 09:15

“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова

Байназар һайлау участкаһына инеп барғанда эскәмйәлә ултырған инәйҙәр иғтибарҙы йәлеп итте. Тауыштарын биреп сыҡһалар ҙа, ҡайтырға ашыҡмай, ихаталағы эскәмйәләргә ултырып, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған уйындарға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәтеш кенә йәрминкәһенә ҡарап ипле генә әңгәмә ҡорған инәйҙәрҙең береһе янына туҡталдым. Ғәлиә инәй Айытҡолова икән.

“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова
“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова

-Һайлауға ней йүгереп кенә килдем. Бер һайлауҙан да ҡалғаным юҡ минең. Республикабыҙ артабан да ошолай матур ғына йәшәһен, донъялар имен, бала-сағалар теүәл, тормошобоҙ етеш булһын өсөн бирҙем тауышымды, - тине ваҡытында мәктәп интернатынды ятҡан 200-ләп балаға көн һайын тәмле икмәк бешергән Ғәлиә инәй. - 13 йыл бешерҙем мин икмәкте. Көн һайын бер тоҡ он китә ине. Унан магазинда иҙән йыуҙым. Райполағы хеҙмәт стажым 28 йыл.

Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле. Балаларым матур итеп ҡарайҙар, тәрбиәләйҙәр. Пенсиям етә. Ошонан насараймаһын инде тормош.

Үҙ-ара татыулыҡ кәрәк. Ошо ауылға килен булып төшкәндән алып барыһы менән килешеп йәшәнем, холҡом да яҡшы булғандыр, бер кеше менән талашып йөрөмәнем.

-Уның икмәктәре ауыл халҡына ле етте. Кешеләр көтөп тороп һатып ала торғайны. Ғәлиә апайҙың икмәктәренең тәме һаман тел осонда, - тип һүҙгә ҡушылды тауыш биреп сығыусыларҙың береһе Ғәлиә Хафизова.

Эйе, бөгөнгө һымаҡ, киләсәктә лә ҡарттарыбыҙ ҡараулы, бәләкәстәребеҙ бәхетле, тормоштарыбыҙ имен булһын.  Барҙың ҡәҙерен белеп, эшле-ашлы йәшәргә яҙһын.

 

“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова
“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова
“Һайлауға йүгереп кенә килдем”, ти 85 йәшлек Ғәлиә инәй Айытҡолова
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: