Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Сентябрь , 09:10

Тормошта ла, һайлауҙа ла – беренсе!

1653-сө һайлау участкаһының әле асылмаған ишеге төбөндәге тупһала беҙҙе мөләйем йөҙлө апай ҡаршы алды. Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Алтынбаева Миңһылыу Әмир ҡыҙы икән. Ауылдаштары уны Миңзәлә апай тип йөрөтә. Миңһылыу апайҙы ҡасабала белмәгән кеше юҡтыр. Яҡшы даны күптән таралған уның. Иптәше менән 7 бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына сығарғандар. Ағай бер нисә йыл элек мәрхүм булған. Миңһылыу апай бик үҙенсәлекле кеше лә булып сыҡты...

Тормошта ла, һайлауҙа ла – беренсе!
Тормошта ла, һайлауҙа ла – беренсе!

Миңһылыу апай иртә яҙҙан сығып китеп, урман-ҡырҙарҙан көҙгә генә ҡайта, тиһәң дә була. Тәүге емештәр бешә башлағанын ауылдаштары уға  ҡарап белә. Иртә таңдан урманға юлланған Миңһылыу апай төшкә йөкмәнеп ҡайтып инә. Йәйгеһен көн һайын тигәндәй шулай. Уларҙы эшкәртә һала ла, икенсе көнөнә йәнә урманда.

Уның тоҙлаған бәшмәктәре бер кемдекенә лә оҡшамаған, тиҙәр ауылдаштары. Ҡыҫҡаһы, ғаиләһен тәбиғәттең һәр төрлө ниғмәтенән айырмай. Уның баҙҙары тулы һәр төрлө консервалар, емеш-еләк ҡайнатмалары. Баҡсаһында ла йәшелсәне мул үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа консервалар эшләп ала. Хатта балыҡты ла консервалап ҡуя икән.

Бына шундай уңған, тырыш апай һайлау участкаһына ла таңдан килеп етеп, беренселәр иҫәбендә тауышын биреп тә ҡуйҙы.

-Донъялар имен булһын. Халыҡтар үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәһендәр. Тормошобоҙ шөкөр итерлек бит әле, ошонан насараймаһын өсөн бирәм тауышымды, - тине бөрйәнсә түгел, сит акцент ҡушыбыраҡ һөйләшкән апай. Баҡтиһәң, ул Күмертау ҡалаһында тыуған, ата-әсәһе Ғафури яғыныҡылар булған икән.

Матур тормош сере уңғанлыҡта икәнен йәшәйеше менән раҫлаусы, емеш йыйыуҙа ғына түгел, ил яҙмышын һайлауҙа ла беренселәр рәтендә булыусы 7 бала баҡҡан тырыш апайҙың теләктәре лә изге.

Тормошта ла, һайлауҙа ла – беренсе!
Тормошта ла, һайлауҙа ла – беренсе!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: