Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март , 08:35

Башҡортостанда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 90,96 проценты тауыш биргән

Башҡортостанда, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ил президентын һайлауҙа В. Путин 90,96 процент тауыш йыйған. Был 2018 йылдағы һайлауҙар менән сағыштырғанда 13 процентҡа юғарыраҡ. Ул ваҡытта В. Путин өсөн республика һайлаусыларының 77,69 проценты тауыш биргәйне.

Башҡортостанда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 90,96 проценты тауыш биргән
Башҡортостанда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 90,96 проценты тауыш биргән

КПРФ вәкиле Николай Харитонов өсөн – 3,64, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий өсөн – 2,61, “Яңы кешеләр” партияһынан Владислав Даванков өсөн 1,93 процент тауыш бирелгән.

Әлеге мәлгә, протоколдарҙың 95 проценты эшкәртелгәндән һуң, ил буйынса В. Путин 87,32 процент тауыш йыйған тигән мәғлүмәт бар.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: