Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
16 Март , 09:25

Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың тәүге көнөндә һайлаусыларҙың 36,6 проценты тауыш биргән

Тәғәйен алғанда, тәүге көндә 1 миллион 76 мең 954 кеше тауыш биргән. Был – тауыш биреү исемлектәрендәге һайлаусылар һанының 36,66 проценты. 8 муниципаль район 50 процентлыҡ кимәлде үткән. Ҡайһы райондар һуң улар?

Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың тәүге көнөндә һайлаусыларҙың 36,6 проценты тауыш биргән
Башҡортостанда РФ президентын һайлауҙың тәүге көнөндә һайлаусыларҙың 36,6 проценты тауыш биргән

Асҡын, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш, Федоровка райондарында халыҡ айырыуса әүҙемлек күрһәткән.

Өфө ҡалаһының 4 районы 40 проценттан юғары күрһәткес күрһәткән: Киров, Октябрь, Дим, Калинин.

Ҡала округтары араһында Ағиҙел ҡалаһында тауыш биреү иң юғарыһы – 43,37 процент.

Бөгөн, 16 мартта, тауыш биреүҙәр дауам итә. 8 сәғәттә барлыҡ һайлау участкалары ла ишектәрен асты.

Автор: Элина Әхмәтова.

“Башинформ”.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: