Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
6 Октябрь 2023, 09:40

“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова

10 сентябрь көнө үткән һайлауҙарҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлаған депутаттарыбыҙ эш башланы. Кисә тәүге Парламент ултырышы үтте. Депутаттарыбыҙҙың береһе – телевидениеның “Яңылыҡтар” хеҙмәтендә эшләүсе Рәмзиә Кәримова үҙенең сәхифәһендә бына нимәләр яҙған.

“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова

-Шулай итеп... Бөгөн тәүге Парламент ултырышы үтте, эш йүнәлеше билдәләнде. Мин Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин комитетында. Депутат булып йәмәғәт башланғысында, йәғни түләүһеҙ нигеҙҙә эшләйәсәкмен. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа 110 депутат, уларҙың 30-ы Парламентта даими нигеҙҙә төп хеҙмәт урыны булараҡ эшләй. Ә 80 депутат бушлай эшләй, ошоға тиклем ҡайҙа эшләгән шунда ҡала, депутат йөкләмәһен өҫтәмә рәүештә алып бара. Мин дә төп эш урынымда- телевидениеның "Яңылыҡтар" хеҙмәтендә журналист эшен дауам итәм. Әммә Парламентта йәмәғәт башланғысында эшләү яуаплылыҡтан азат итмәй, депутат статусың бар икән, һайлаусыларҙың ышанысын аҡлау мотлаҡ. Белорет һәм Бөрйән районында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!
PS. Әйткәндәй, был саҡырылышта ҡатын-ҡыҙ депутаттар иҫәбе кәмегән. 110 депутаттың 13-е генә гүзәл зат вәкиле! - ти Рәмзиә Кәримова.

Эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

(Фотолар Р. Кәримованың шәхси сәхифәһенән алынды).

“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
“Белорет һәм Бөрйән райондарында йыйған наказдарымды үтәүҙе "хәйерле сәғәттә" тип башлайым!” ти Рәмзиә Кәримова
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: