Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
11 Сентябрь 2023, 14:05

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ҡайһы партия алда бара?

Башҡортостанда, бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ — лидерҙар иҫәбендә, тип хәбәр итәләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан. Яҡынса йомғаҡтар буйынса ҡайһы партияға күпме тауыш бирелгән?

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ҡайһы партия алда бара?
Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса ҡайһы партия алда бара?

Яҡынса йомғаҡтар буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы 69,92% тауыш йыйған. Уның өсөн 753,5 меңдән ашыу һайлаусы тауыш биргән.

КПРФ өсөн — яҡынса 122,2 мең кеше (11,34% тауыш).

ЛДПР өсөнсө урында — 79 меңдән ашыу һайлаусы (7,33% тауыш).

«Ғәҙел Рәсәй — Хәҡиҡәт өсөн» партияһы вәкилдәре өсөн 76,3 мең самаһы кеше тауыш биргән (7,08% тауыш).

«Яңы кешеләр» партияһы әле биш процентлыҡ сиккә барып етмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 37,2 меңдән ашыу һайлаусы ошо партияны һайлаған (3,46% тауыш).

10 сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға биш йылға 110 депутат һайланды. Бынан тыш, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, Шишмә һәм Приют ҡасаба советтарына һайлау, шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау уҙҙы.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-09-11/bash-ortostanda-byulletend-r-e-76-eshk-rte-yom-a-tary-buyynsa-ber-m-r-s-y-alda-bara-3430203

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: