-2 °С
Ҡар
Ололар ҡыҙҙары Зөһрә апайҙың тәрбиәһендә матур ғына итеп йәшәп яталар. Уларҙың бергә йәшәүҙәренә 72 йыл тулған.
Ишморатовтар 9 балаға ғүмер биргәндәр.
Ҡазихан Шаһиян улы ғүмере буйы леспромхозда тир түккән - мастер, ОРС начальнигы булып эшләгән. Рәүмәнә инәй төрлө эштәр башҡарған: санитарка ла булған, икмәк тә бешергән, һатҡан. Йәш саҡтарында ишле балалар ҡарап та, концерттарҙа ҡатнашып та өлгөргәндәр улар.
Рәүмәнә апай ҙа уның һүҙҙәрен ҡеүәтләне.
Оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ насип булһын уларға!