Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
10 Сентябрь 2023, 15:40

Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!

Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе йөҙйәшәр ағинәй – райондың иң оло кешеһе Бикбулатова Сабира Харрас ҡыҙы ла үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!
Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!

-Ил именлеге, балаларҙың бәхетле киләсәге өсөн бирәм тауышымды, - тине ағинәй.

Оҙон ғүмерле инәй 7 ғинуарҙа 99 йәшен билдәләйәсәк. Уға ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының хәстәрен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын.

*

Ғүмер йәшәлгән йылдар иҫәбе менән генә баһаланмай, тиһәләр ҙә, оҙон ғүмер кисереү ҙә бер яҡтан Хоҙай бүләге булһа ла, икенсе яҡтан үҙенә күрә фиҙакәрлек тә ул. Ә 100 йәшең тулып килгәндә лә үҙаллы донъя көтөү, кешегә мохтажлыҡ кисермәү бик һирәктәргә генә тәтер бәхеттер ул...

Район үҙәге Иҫке Собханғолда ғүмер итеүсе, ағымдағы йылдың башында 98 йәшен билдәләгән  Бикбулатова Сабира Харрас ҡыҙы ла 98 йыл ғүмере эсендә төрлөһөн күргәндер, төрлөһөн кисергәндер. Ләкин үҙенең тырышлығы, ныҡышмаллығы менән ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларына тейешле тәрбиә биреп, бөгөнгө көндә сәскәндәренең уңышын тирә: бәхетле әсәй, ҡәҙерле өләсәй, һөйөклө ҡарт өләсәй булыу бәхеттәренә ирәйеп, хәстәрлекле ҡартлыҡ кисерә.

Сабира Харрас ҡыҙы 1925 йылдың 12 ғинуарында Ишембай районының Ҡыйауыҡ ауылында ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. 
1933 йылда атаһы Харрас Әхмәтғата улын Бөрйән районына яңы ойошторолған милиция бүлегенә ваҡытлыса делопроизводитель итеп эшкә ебәрәләр. Бар яҡлап тырыш хеҙмәткәрҙе даими эшкә алып ҡалалар. Шул сәбәпле ғаилә Бөрйәнгә күсеп килә.
Сабира инәйҙең үҫмер йылдары Иҫке Собханғолда үтә. Ҡыҙ 9-сы класты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Белемле һәм зирәк ҡыҙҙы Байназар мәктәбенә вожатый һәм уҡытыусы итеп ебәрәләр. Артабан хеҙмәт юлын Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә – уҡытыусы булып эшләй. 1949 йылда яҙмышын Шәриф Дәүләтгәрәй улы Хәлиуллин менән бәйләй. Йәш ғаилә башта район үҙәгендә, артабан 1959 йылғаса Ҡотан ауылында йәшәй. Ғаилә башлығы Салауат исемендәге коллектив хужалыҡта рәйес була. Шәриф Дәүләтгәрәй улы Силәбе Совет партияһы мәктәбендә белем ала. 1961-1967 йылдарҙа Шәриф Дәүләтгәрәй улы «Марс» коллектив хужалығында рәйес булып эшләй. Артабан ғаилә район үҙәгенә күсеп ҡайта.

Ул осорға инде 5 бала әсәһе булған Сабира Харрас ҡыҙы башта район Советы башҡарма комитетында дөйөм бүлек етәксеһе булып, артабан загс бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тырышлығы, эште еренә еткереп, теүәл башҡарғаны өсөн ул күп кенә наградалар менән бүләкләнә. 
Бөгөнгө көндә 4 балаһына, 12 ейән-ейәнсәренә, 16 бүлә-бүләсәһенә һәм 1 тыуарына төп кәңәшсе, ышаныслы терәк, үрнәк булып йәшәй Сабира Харрас ҡыҙы.

 

Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!
Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!
Бөрйәндең иң оло кешеһе лә тауыш бирҙе!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: