- Беҙ республиканың алдағы 5 йылға киләсәген һайлайбыҙ. Тауыш биргән саҡта ла 5 йыл эсендә республикабыҙҙы сәскә атҡан төбәк булыр, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Шуға ла ошо һайлауға дәртләнеп килдек. Яратҡан республикабыҙға алдағы 5 йылға тик уңыштар ғына теләйбеҙ, - ти Рөстәм Динислам улы.