Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
8 Сентябрь 2019, 19:00

“БАШҠОРТОСТАНДА ҺУҒЫШ БУЛМАҺЫН”, - ТИ ВЕТЕРАН

Абдулла Ваһапов – райондағы ике Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының береһе. Бөгөн ул да, һайлауҙа ҡатнашып, үҙ тауышын бирҙе. 94 йәш тип тормай, Иҫке Собханғол мәктәбендә урынлашҡан 1658-се һайлау участкаһына килеп тә етте.

Абдулла Ваһапов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бөгөн ул да, һайлауҙа ҡатнашып, үҙ тауышын бирҙе. 94 йәш тип тормай, Иҫке Собханғол мәктәбендә урынлашҡан 1658-се һайлау участкаһына килеп тә етте.
Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген нисегерәк итеп күҙаллауын белешкәс:
- Республикала һуғыш булмаһын. Элек ни өйҙәр аласыҡ һымаҡ ине, хәҙер ҙур, матурҙар, уларҙы тағы ла матур итеп төҙөһөндәр, баҡсаларын матур итеп тотһондар, таҙалыҡ булдырһындар – бына шул теләктәр. Иң мөһиме - араҡы эсмәһендәр, тәмәке тартмаһындар, ҡыҙ-ҡырҡын әҙәпле булһын. Әтеү хәҙер бит ҡыҙҙар ҙа урам буйлап һыра эсәләр – шул да булдымы һөнәр?! Йәштәр эшкә өйрәнһендәр, тәртипле булһындар, хеҙмәтте яратһындар, милләтте яратһындар, атай-олаталары ҡалдырған изге йолаларҙы ташламаһындар, хөкүмәт талап иткәнде эшләһендәр.
Бөгөн һайланасаҡ республика етәксеһенә күп көс һалырға кәрәк буласаҡ. Киләсәкте беҙ күрә алмабыҙ инде. Көнсығышта Радий Хәбировтың ата-бабалары менән бергә хеҙмәт иттек, бөрйәндәр менән маҡарҙар гел бергә булдыҡ, шуға тауышымды уға бирҙем. Радий Фәрит улына һаулыҡ, хеҙмәтенә тоғролоҡ теләйем, үтә ҡалһа, һайлаусыларға кешелекле булһын, алдындағы-артындағы “ҡый”ҙарҙы ситкә этеп барһын, - тип, кинәйәле итеп тамамлап ҡуйҙы һүҙен ветеран. “Анауы оста 2 ҡатлы ағас йорт булды, был ерҙә асыҡ майҙансыҡ ине, киндер муҡсалар тотоп йөрөй торғайныҡ”, - тип бала саҡ хәтирәләре менән дә уртаҡлашҡас, әңгәмәбеҙҙе таҡмаҡ менән тамамлап ҡуйҙы ул:
“Ҡартайҙым да, ҡайҙа барайым,
Иҫкерҙем дә, кемгә ярайым?
Ҡартайыуҙары ҡыйын икән,
Йәш ғүмерҙе ҡайҙан алайым?”
Моңһоуыраҡ таҡмаҡ әйтһә лә, 94 йәшкә етеп, үҙ аяғыңда һайлау участкаһына килеп, гражданлыҡ бурысыңды үтәү – үҙе бәхет түгелме ни?!
Читайте нас: