+1 °С
Ҡар
1658-се Салауат һайлау участкаһында халыҡ геүләп тора. 9.40 сәғәткә исемлектәге 845 һайлаусының 104-е килеп, үҙ тауышын биреп тә өлгөргән. 20 кеше ғариза буйынса өйҙәрендә һайлаясаҡ. Тәүге тапҡыр һайлаусылар был участкала - 6, уларҙы логотиплы бүләктәр көтә. 80 йәштән үткәндәр ҙә байтаҡ - 14 кеше. Участкалағы иң өлкән һайлаусы - Октябрь урамынан 88 йәшлек Хәшиә Шәмиғолова. Тәүгеләрҙән булып та өлкән йәштәгеләр - Иҙрис Ишбаев һәм Сәғүрә Фәйзуллиналар үҙ тауыштарын биргән.