Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
31 Май 2018, 10:55

3 июндә Башҡортостанда 662 иҫәп участкаһы асыла

Башҡортостанда 3 июндә берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә 662 иҫәп участкаһы асыла.

Башҡортостанда 3 июндә берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә 662 иҫәп участкаһы асыла. Шуларҙың 77-һе — Өфөлә. Үҙ участкаңды табыу өсөн алдан тауыш биреү сайтына инеп, йәшәгән адресыңды яҙырға кәрәк. Адрестар исемлеге урындағы гәзиттәрҙә лә баҫыла. Барлыҡ участкалар ҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр эшләй. Партияның төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев алдан тауыш биреүҙе уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.



«Берҙәм Рәсәй» беренсе, асыҡ, модель буйынса алдан тауыш биреү уҙғара. Был процедура ғәҙәти һайлау менән оҡшаш. Иҫәп участкаһына паспорт йәки ваҡытлыса шәхес таныҡлығы менән килергә кәрәк.


Тауыш биреүҙә округта теркәлгән, партияла тороу-тормауына ҡарамаҫтан һайлау хоҡуғына эйә булған һәр граждан ҡатнаша ала. Бындай ҡараш алдан тауыш биреүҙең төп принциптарын — асыҡлыҡты, конкурентлыҡты һәм легитимлыҡты тәьмин итә.


Праймеризда өйҙә тауыш биреү булмай, һәм, шуға ярашлы, күсмә йәшниктәр ҡулланылмай. Уның ҡарауы тәүге тапҡыр сайтта электрон тауыш биреү файҙаланыла.


Башҡортостан буйынса алдан тауыш биреүҙә 584 кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла хөкөмгә тарттырылмау тураһында белешмәне үҙ эсенә алған тулы документтар пакетын тапшырып ҡына ҡалманы, ә ике дебатта ла ҡатнашты. Праймериз алдынан кандидаттар округта йәшәүселәр, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыуҙар үткәрә. Тауыш биреүҙә һайлаусылар бер нисә фамилияның ҡаршыһына билдә ҡуя ала. Һуңынан рейтинг төҙөлә, иң күп тауыш йыйған дәғүәселәр кандидаттар исемлегенә индерелә. «Берҙәм Рәсәй» уларҙы 9 сентябрҙәге һайлауға сығара. Алдан тауыш биреү йомғаҡтары 5 июндән дә һуңға ҡалмайынса билдәле була.


Праймериз закон сығарыу йыйылышына һайлауға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар билдәләү өсөн уҙғарыла. 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлау була. Республикала йәшәүселәр 110 депутат һайларға тейеш. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайлана.
Читайте нас: