Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
19 Март 2018, 05:00

Һайлау барышында күҙәтеүсе – мөһим кеше

Күҙәтеүсенең төп бурысы – тауыш биреүҙә һәм уларҙы һанауҙа законлылыҡты күҙәтеү, закон боҙоуға юл ҡуймау.

Һайлау барышында күҙәтеүсе – мөһим кеше
Күҙәтеүсе – ул һайлау участкаһында тауыш биреү ваҡытында йәмәғәт тәртибен контролләүсе сәйәси партия йә теркәлгән кандидат, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараһы вәкиле. 18 йәше тулған, һайлауҙы күҙәтергә теләге булған һәр кем күҙәтеүсе була ала. Бының өсөн ниндәйҙер партия ағзаһы булыу мотлаҡ та түгел. Шул уҡ ваҡытта бер партиянан бер генә күҙәтеүсе булырға тейеш.
Күҙәтеүсенең төп бурысы – тауыш биреүҙә һәм уларҙы һанауҙа законлылыҡты күҙәтеү, закон боҙоуға юл ҡуймау. Хоҡуҡ боҙолған осраҡта мотлаҡ был күренеште теркәү (фотоға, видеоға төшөрөү ҙә ошо иҫәптә).
Ҡурғашлы ауылы мәктәп-балалар баҡсаһында урынлашҡан 1633-сө һайлау участкаһындағы Һайлау барышын 3 күҙәтеүсе күҙәтте:
һүрәттә (Һулдан): Гөлнара Шәрәфетдинова (Берҙәм Рәсәй), Әлиә Исламова (йәмғиәт күҙәтеүсеһе).
Беҙ барғанда Ишморат Ҡыуандыҡов комиссия менән өйҙә һайлаусыларға киткән ине.
#УчастОК #Башкортостан #БудущееЗаНами
Читайте нас: