Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март 2018, 19:00

Ҡурғашлы ауылы мәктәп-балалар баҡсаһы

Ҡурғашлы ауылы мәктәп-балалар баҡсаһында урынлашҡан 1633-сө һайлау участкаһында төшкә тиклем һайлау бик әүҙем үткән.

Ҡурғашлы ауылы мәктәп-балалар баҡсаһында урынлашҡан 1633-сө һайлау участкаһында төшкә тиклем һайлау бик әүҙем үткән.

- Һайлау тыныс шарттарҙа үтеп бара. 15:00 сәғәтткә 195 һайлаусының 126-һы үҙ тауышын бирҙе. Әле махсус бригада өйҙә һайлаусы 17 кешенең өйҙәренә китте. Иң беренсе булып һайлауға Гөлгөнә Байназарова килде. Иң оло һайлаусылар: Илмира Хәйбуллина(1938 йылғы), Зәйтүнә Мырҙағолова (1939 йылғы) һәм Әсҡәт Вәлиевҡа (1939 йылғы) бүләктәр бирҙек. Шулай уҡ әсәләре менән килгән балаларға шарҙар бүләк итәбеҙ. Үҙем 2007 йылдан алып һайлауҙарҙа рәйес урынбаҫары, һуңғы 7 йылда рәйес булып эшләйем, - ти Сатвал Шәрипов.



Һүрәттә: комиссия ағзалары (уңдан һулға) Сатвал Шәрипов, Рәмзиә Шәрәфетдинова, Фәйләрә Хәйбуллина.
#УчастОК #Башкортостан #БудущееЗаНами
Читайте нас: