Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март 2018, 15:00

Тәлғәт Кинйәбаев: "Тотороҡлоҡ өсөн тауыш бирҙек".

Һайлау - беҙҙең өсөн байрам. Гражданлыҡ бурысын үтәп сыҡтыҡ.

Тәлғәт Кинйәбаев: "Тотороҡлоҡ өсөн тауыш бирҙек".



Һайлау - беҙҙең өсөн байрам. Гражданлыҡ бурысын үтәп сыҡтыҡ. Һайлауҙарға һәр ваҡыт йөрөйбөҙ, һәр ваҡыт кәрәкле кандидатты һайлайбыҙ. Рәсәй Хөкүмәте алға барһын, Президентыбыҙ донъяла лидер булһын, халыҡтың көнкүреше яҡшырһын өсөн тауыш бирҙек. Һайлауға әҙерлек һәйбәт үтте, урындарҙа осрашыуҙар булды, халыҡтың һорауҙарына мөмкин тиклем яуаптар бирергә тырыштыҡ. Башҡортостан буйынса үҫеш бар, ул - үҙ-үҙен тәьмин итерлек республика. Шуға күрә лә районыбыҙға ла сығымдар һәйбәт бүленә, әле бер-нисә урында төҙөлөш эштәре барыуы күптәргә мәғлүм. Шул тотороҡлоҡ өсөн дә тауыш бирҙек инде, - ти Бөрйән районы Советы рәйесе Тәлғәт Кинйәбаев.


Фотола: Тәлғәт Талха улы ҡатыны Сәлимә Фәсхетдин ҡыҙы менән.
#УчастОК #Башкортостан #БудущееЗаНами
Читайте нас: