Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
18 Март 2018, 16:24

Иҫке Собханғол мәктәбендә урынлашҡан 1658-се Салауат һайлау участкаһы

Иҫке Собханғол мәктәбендә урынлашҡан 1658-се Салауат һайлау участкаһында иртәнге 10.00 сәғәттән һуң халыҡ әүҙемләште.

Иҫке Собханғол мәктәбендә урынлашҡан 1658-се Салауат һайлау участкаһында иртәнге 10.00 сәғәттән һуң халыҡ әүҙемләште. Тауыш биреүселәр араһында төрлө йәштәге һайлаусыларҙы осратырға була. Оло йәштәгеләр өсөн мәктәп ашханаһында бушлай сәй эсереү ҙә ойошторолған. Төш ваҡытына исемлеккә ингән 831 һайлаусының 500-гә яҡыны үҙ тауыштарын биргән ине. Был һайлау участкаһында быйыл 19 кеше үҙ ғүмерендә тәү башлап гражданлыҡ бурысын үтәй.
#УчастОК #Башкортостан #БудущееЗаНами
Читайте нас: