Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3462-се һайлау участкаһында ил президентын һайлау ойошҡанлы бара. Унда бөтәһе 365 һайлаусы иҫәпләнһә, сәғәт 12:00-гә 140-тан ашыу кеше тауыш биргәйне инде. Һайлауға иң тәүгеләрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә Рафиҡ Байназаров, Иҙел Ҡотлобаев, Гөлшаян Ибраһимова килгән. Иң йәш ҡатнашыусы - Сынтимер Ишҡыуатов. Иң өлкән һайлаусылар булып Зәйнулла Мостафин (1928 йылғы), Фатима Заһитова (90 йәше тула), Ғәйникамал Байназаровалар (1927 йылғы) теркәлде. Участка һайлау рәйесе Әбүзәр Ураҙғолов әйтеүенсә, участкаға килә алмаусы 19 граждан өсөн уларҙың өйҙәрендә тауыш биреү ойоштороласаҡ.